Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Июнь 2019, 17:42

Рәхмәт һиңә, Фәриха апай!

Фәриха Миңнеғол ҡыҙы Иралина – Айыусы ауылының абруйлы инәйҙәренең береһе.

Йәшләй генә тол ҡалып, алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Үҙе ғүмере буйы колхозда һауынсы булып эшләгән. 83 йәшлек Фәриха апай бар яҡлап та йәштәргә өлгө булып тора. Биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡып барыу менән бергә, буш ваҡытын файҙалы итеп уҙғарырға ла форсат таба. “Ашҡаҙар”ҙың тоғро дуҫы, йыл да гәзитте алдырмай ҡалғаны юҡ.
Рәхмәт һиңә, Фәриха апай! Йәштәргә өлгө булып, иҫәнлектә-һаулыҡта ауылығыҙға йәм биреп йәшә лә йәшә әле!
Әйткәндәй, “Ашҡаҙар” гәзитенә яҙылыу ваҡыты тамамланып килә, ә велосипед һәм башҡа матур бүләктәрҙе уйнатыуҙа ҡатнашыу өсөн квитанция күсермәләрен һуңғы ҡабул итеү көнө – иртәгә!
Р. САФИНА.
Читайте нас: