Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Июнь 2019, 20:11

Ур-ра, сәпит эйәһен тапты!

2019 йылдың икенсе ярты йыллығына “Ашҡаҙар”ға яҙылыусылар араһында көтөп алған отош уйыны үткәрелде.

Белеүегеҙсә, гәзиткә яҙылыусыларға төп бүләк – велосипедты “УралСтройГрупп” компанияһы әҙерләгәйне. Сәпит был юлы Төҙөүселәр урамында йәшәүсе Гөлнара Басироваға юлланды.
"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто әҙерләгән бүләктәргә килгәндә, Күсәрбай ауылынан Нәзифә Насирова, Аҫылгәрәев урамында йәшәүсе Фруза Мөхәмәтйәнова һәм Коммунистик урамындағы 53-сө йортта йәшәгән В.Ғиләзетдинова йомшаҡ бамбук юрғандар отһа, Хоҙайбирҙин урамындағы 180-се йорттан З.Федороваға, Шәфиев урамындағы 33-сө йорттан Земфира Асҡароваға һәм 35-се мәктәпкә таҫтамалдар эләкте. Ә матур сәй сервиздарын Ленин проспектындағы 51 йорттан Рәйсә Илишева, Дуҫлыҡ урамындағы 34-се йорттан Миләүшә Арыҫланова һәм 23 Май урамындағы 59-сы йорттан Ирәндек Бирҙеғолов отто. Берҙән-бер сәғәт Вокзал урамындағы 23-сө йортта йәшәүсе Ғүмәроваға эләкте.
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бүләкте редакциянан килеп алғанда үҙегеҙ менән паспортығыҙҙы, ИНН һәм СНИЛС-ты алып килергә онотмағыҙ. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(3473) 25-18-57.
Ошо уйынды үткәреүҙә ярҙам иткәндәре өсөн Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актерҙары Рәсил Сынбулатов һәм Фәнил Ҡарасуринға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп ҡалабыҙ.
Читайте нас в