Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июнь 2019, 19:05

“Алға” картаһына табан алға

1 июлдән Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инәсәк, тип хәбәр иткәйнек инде.

Уларҙы киләсәктә ҡала-ара транспорттарында ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Картаның хаҡы – 50 һум, әммә уның иҫәбендә әле аҡса булмаясаҡ. Уның ярҙамында терминал менән йыһазландырылған барлыҡ төр йәмәғәт транспортында ла, шулай уҡ шәхси ташыусыларҙа ла иҫәпләшергә мөмкин. Берҙәм картаны файҙаланғандар өсөн түбән хаҡ ҡуйылған, оҙайлы ваҡытҡа алғандар өсөн тағы ла өҫтәмә ташлама ҡаралған. Бындай карталар «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, «Уралсиб»та, «Һаҡлыҡ банкы»нда һатыла. Әлегә тиклем ташлама менән файҙаланған граждандарҙың хоҡуғы һаҡлана.
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: