Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Июнь 2019, 16:56

Һүҙ – ҡоролтай делегаттарына

Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән ЙОСОПОВА:– Үҙемдең уй-фекерҙәрем ме-нән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә эшләйә-сәк секцияларҙың береһендә милләттәштәрем менән уртаҡлашырға ниәтем бар. Хәҙерге ваҡытта БДБҠ, әлбиттә, яңы форматта эшләй башланы. Шулай ҙа яңы алымдар әлегә күп түгел.

Тәү сиратта, башҡорт теленең функцияларын киңәйтеү, мәктәптәрҙә генә түгел, юғары уҡыу йорттарында ла дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыу мөһим. Шулай уҡ башҡорт телендә халыҡ легендалары, эпостары буйынса компьютер уйындары, кескәйҙәр өсөн йәнһүрәттәр күпләп ижад ителһә, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшер инек.
Бәкәлгә һуҡҡаны – республикабыҙҙың ҡала-ларында, ауылдарында башҡорт телендәге таҡтаташтарҙа, алтаҡталарҙа хаталар булыуы. Уларҙан бөтөнләй ҡотолоу өсөн ныҡлы эштәр башларға ваҡыт. Мәҫәлән, апрель-май айҙарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе, Йәштәр ҡоролтайы һәм “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары «Хатаһыҙ ҡала» тип аталған күләмле акция үткәрҙе. Был сара хаталарҙы кәметеүгә, артабан бөтөнләй юҡ итеүгә булышлыҡ итәсәк, күҙгә күренерлек һөҙөмтәләр әле үк бар.
Башҡорт теленең функцияларын киңәйтеү өсөн телебеҙҙе заман коммуникацияларында, интернетта ҡулланыу зарур. Бөгөн туған телебеҙ бар донъяға таныла, төрлө илдәрҙә, хатта төрлө континенттарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең аралашыу сараһына әйләнә.
Шулай уҡ башҡорт ғаиләһе мәнфәғәтенә, уның рухи ҡиммәттәренә иғтибар һәм ихтирам арттырыу, минеңсә, бик мөһим. Республикабыҙҙа ғаилә абруйын нығытыуға һәм яҡлауға йүнәлтелгән сәйәсәт ныҡлы һәм көслө булыуын теләр инем.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында башланған, хәҙер инде бөтә республикабыҙҙа йыл һайын яҙҙың беренсе көнөндә үткәрелгән ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнө – “Етегән” байрамын көсәйтергә тәҡ-дим итер инем.
Был сараға алдан етди әҙерлек эше Стәрлетамаҡта ғына түгел, Ағинәйҙәр ойошмаһы тарафынан Ғафури районында, уҡы-тыусылар тарафынан Хәй-булла районы мәктәптәрендә, ололар һәм йәштәр тырышлығы менән Баймаҡ китапханаһында һәм башҡа төбәктәрҙә, учреждениеларҙа алып барылды. Ләкин был сараға депутаттарҙың, башҡорт эстрада йондоҙҙарының һәм Радий Фәрит улы Хәбировтың үҙенең дә иғтибарын йәлип итеү бик мөһим.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡорол-тайында ҡараласаҡ иң төп документ – Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы. Беҙ 20-30 йылдан буласаҡ киләсәктең кәүҙәләнешен, шулай уҡ бөгөнгөбөҙҙән уға алып бара торған юлдарҙы билдәләп, халҡыбыҙға уны тәҡдим итергә тейешбеҙ. Моғайын, был документты тағы ла яңы тәҡдимдәр менән тулыландырып, тик 2019 йыл аҙағында ғына камиллаштырылған төплө вариантын халыҡҡа сығара алырбыҙ. Ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫтай, ғәмәлгә ашырырлыҡ стратегик план булһын ине ул.
Ғөмүмән, мин халҡымдың бөтә донъяла йәшәгән милләттәштәремде берләштергән ойошмаһы булыуы менән ғорурланам. Ҡоролтайҙы барлыҡҡа килтерә алған, уның төп идеяларын, маҡсатын төплө итеп формалаштырған, ташҡа баҫҡан тәүге ҡоролтай составы, ҡоролтай үҙәге шул тиклем ҙур эштәр эшләп ҡалдырған. Уларҙың күбеһе әле лә милләт өсөн мөһим.
Читайте нас: