Был үҙгәрештәр тураһында республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә әйтелде. Яңы ҡағиҙә һатып алыусыларға һөт ризыҡтарын дөрөҫ һайларға мөмкинлек бирәсәк. Ә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы буйынса Башҡортостан муниципаль берәмектәре федераль ҡаҙнанан 15,5 миллиард һумлыҡ субсидияға дәғүә итә ала. Был аҡсаларҙы торлаҡ төҙөлөшө, һыу һәм газ үткәргестәрен яңыртыу, биләмәләрҙе төҙөк-ләндереү маҡсатында ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Был маҡсатта ра-йондарҙан заявкалар ҡабул ителә башлаған да инде.