Мальдив утрауына барып ял итеү өсөн хәҙер виза кәрәкмәй, ошондай килешеүгә ҡул ҡуйҙы Рәсәй һәм Мальдив Республикаһының сит ил эштәре министрҙары. Әйткәндәй, сит ил эштәре министрының әлегәсә Рәсәйгә килгәне юҡ ине, шулай ҙа Сергей Лавров һәм Абдулла Шахидтың илебеҙҙә үткән тарихи осрашыуы һөҙөмтәле булып сыҡты. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, үткән йылды Мальдив утрауҙарында 38 меңдән ашыу рәсәйле ял иткән. Йыл һайын тиерлек сит илдә ял итеүгә бәйле ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанда, быйыл был хәл, мәҫәлән, Грузияла теркәлде, туристар өсөн яңы йүнәлеш булып торасаҡ.