Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2019, 16:58

Электрон дәүләт хеҙмәте алыуҙың өҫтөнлөгө

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы.Бөгөн РФ Эске эштәр министрлы-ғы линияһы буйынса дәүләт хеҙмәте алыу өсөн мотлаҡ сиратта торорға кәрәкмәй. Һеҙгә бары тик «Дәүләт хеҙмәттәре» («Госуслуги») электрон порталын ҡулланыу ҙа етә.

Бының өсөн gosuslugi.ru электрон порталы аша электрон төрҙә түбәндәге дәүләт хеҙмәттәрен алыу өсөн ғариза ебәрә алаһығыҙ:
- хөкөм ителеү (ителмәүегеҙ) тураһында белешмә;
- автомат-транспорт сараларын һәм уларҙың прицептарын теркәү;
-транспорт менән идара итеүгә таныҡлыҡ алыу өсөн квалификациялы имтихан биреү һәм водитель таныҡлығы алыу;
- штраф тураһында һәм уны түләү алымдары тураһында мәғлүмәт алыу;
- йәшәгән урынды теркәү һәм теркәүҙән төшөрөү;
- яңы төр сит ил паспорт алыу;
- РФ гражданы паспортын алыштырыу.
Электрон ғариза биреү төрөнөң өҫтөнлөктәре шунда: дәүләт хеҙмәтен алыр өсөн власть органдарына барыу кәрәкмәй. Порталға һеҙ компьютер, планшет йәки смартфон аша сыға алаһығыҙ. Берҙәм порталда үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һәр хеҙмәт буйынса мәғлүмәт алырға мөмкин. Бынан тыш Шәхси кабинетта ғаризағыҙҙы ҡарауҙы күҙәтә алаһығыҙ. Тағы ла шуныһы отошло: паспортты портал аша алыштырғанда йәки алғанда дәүләт пошлинаһы 30 процентҡа кәмерәк. Шулай уҡ www.gosuslugi.ru порталы аша үҙегеҙгә уңайлы ваҡытта яҙылырға була.
Интернетты әүҙем ҡулланаһығыҙ икән, түбәндәге подразделениеларға мөрәжәғәт итә алаһығыҙ:
Миграция мәсьәләләре буйынса бүлектең эш ваҡыты: 09.00-18.00, төшкө ял: 12.30-14.00. Адресы: Стәр-летамаҡ ҡалаһы, Ленин проспекты, 1-се йорт; тел.: 8 (3473) 20-88-36, 20-91-88.
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Стәрлетамаҡ буйынса ЮХХДИ бүлегенең эш ваҡыты тураһында 8 (3473) 20-02-30, 20-45-39 телефондары буйынса бе-лешмә алырға була. Адресы: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Көнбайыш урамы, 4-се йорт.
Хөкөм ителеү-ителмәү, енәйәти эҙәрлекләү йәки уны туҡтатыу тураһында белешмә алырға ла юғарылағы адрес буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбенән йомаға тиклем: иртәнге сәғәт 9.00-18.00; 12.30-14.00 – төшкө ял.
Белешмә өсөн телефон: 43-93-48.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ буйынса идаралығы.
Читайте нас в