Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июль 2019, 17:47

Беҙҙә сәнғәтте яраталар

Беҙҙә сәнғәтте яраталарҠалабыҙҙың картиналар галереяһында “Көнүҙәк Рәсәй. Өлкәндәр күҙлегенән” тигән күргәҙмә асылды һәм ул 28 июлгә тиклем дауам итәсәк.

– Был беҙҙең ҡала өсөн, ысын мәғәнәһендә, оло ваҡиға. Бындай ки-мәлдәге күргәҙмәнең беҙҙең галереяла булғаны юҡ ине әле, – тине күргәҙмәне асып галерея директоры Лилиә Әхмәтова.
Был проект бер нисә йыл дауам итеп, экспозиция яңыртылып, Рәсәй ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыҡһа ла, Стәрлетамаҡҡа килеп етмәй ине әле. Ҡала мәҙәниәт бүлеге начальнигы Зөфәр Зиннәтуллин һәм Стәрлетамаҡтың профсоюз ойошмалары биләмә берләшмәһе координацион советы рәйесе Таһир Ғәйетҡолов күргәҙмәне ойош-тороусыларға, бигерәк тә картиналар галереяһы етәксеһенә был уникаль күргәҙмәне тапҡаны һәм ҡала халҡына Рәсәйҙең төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе рәссамдарының ошо бай йөкмәткеле эштәре менән танышыу мөмкинлеге биргәне өсөн рәхмәт әйттеләр. Проекттың кураторы Арсений Штейнер ҙа:
– Быға тиклем Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Өфө һымаҡ эре ҡалаларҙа ғына булған күргәҙмә Стәрлетамаҡта ла ойошторолоуы – ысынлап та, ҙур ваҡиға, – тип шатлығы менән уртаҡлашты. Беҙҙә лә сәнғәтте аңлаусылар, яратыусылар етерлек ул! Әйткәндәй, тамашасылар араһында сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы уҡытыусылары байтаҡ ине. Экспозицияла һанлы графика, һынлы сәнғәт, видео арт, инсталляция алғы планда булды. Бәлки, тамашасыға был эштәрҙең идеяһын аңлауы ла еңел булмағандыр. Шулай ҙа кураторҙың фәҡәт күргәҙмә асылған көндө үҙенсәлекле ижад донъяһына сәфәр ойоштороуы теге йәки был әҫәрҙең серен төшөнөргә ярҙам итте.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: