– “Салют” балаларҙы һауыҡтырыу һәм ял лагеры тәүге сменаға йөҙҙән ашыу баланы йәлеп итте, уҡыусылар Стәрлетамаҡтың иң тәжрибәле педагогтары ҡулы аҫтында ялын файҙалы һәм фәһемле үткәрә, – тип таныштырып китте беҙҙе лагерь эше менән өлкән тәрбиәсе Ольга Алиева. Быйыл тәүге сменаға балаларҙы олимпиадаларҙа, мәктәптә күрһәтән уңыштары буйынса туплағандар.
Иң мөһиме, балаларға бында оҡшай. Лагерь йылдан-йыл төҙөк-ләндерелә килә, Рәсәйҙең билдәле лагерҙары кеүек үк махсус йүнәлештәр буйынса эш алып барыла. Беренсе смена «Уникум»дар булһа, артабан ижади һәләтлеләр, спорт менән шөғөлләнеүселәрҙе ҡаршыларға йыйыналар. “Уникум”дарҙың иң яратҡан урындары китапхана булып сыҡты, бында улар интернет технологияларҙы өйрәнә, роботтар йыя, уларға программалар яһай һәм, әлбиттә, китап уҡый, әҙәби кисәләрҙә ҡатнаша (һүрәттә). Уҡыу процесы ла бында яйға һалынған, корпустарҙа мәктәптәге кеүек үк кабинеттар бар, унда математика, информатика (робототехника), география, рус һәм инглиз телдәре, физика һәм химия дәрестәрен өйрәтәләр, уҡытыусылар араһында Мәскәү белгесе лә бар.
– Гел генә фәнде өйрәнеп ултырмайбыҙ, туп тибергә, волейбол уйнарға, бассейнда йөҙөп алырға ла яратабыҙ, – ти балалар ялдары хаҡында. Уҡыусылар араһында хәрби эште һайлап, стройҙа йөрөүселәр ҙә бар, шулай уҡ телдәрҙе өйрәнеп, мәҡәләләр яҙырға, мәғлүмәт менән эш алып барыуҙы үҙләштереүсе төркөм эшләй. Бынан тыш ҡаланың билдәле шәхестәре лә йыш ҡына ҡунаҡҡа килә икән бында, улар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Уҡыусылар шулай уҡ ҡалаға театрға, мәҙәниәт һарайҙарына, музейҙарға экскурсияға йөрөй. Ҡала янында урынлашҡан лагерҙар ата-әсәләр өсөн дә уңайлы, һағынып йә борсолоп китһәләр, тиҙ арала үҙҙәре лә килеп етә. Уҡыусыларға лагерҙа көндөң үткәне лә һиҙелмәй икән, шулай смена ла үтеп киткән. Күмәкләшеп, лагерь усағын яндырып, хушлашып, таралашып та бөткәндәр, хәҙер иһә лагерь – ижади һәләтлеләрҙең ҡарамағында!
Һыу инеп, ҡояшта ҡыҙынып, ял итеп алғас, мәктәпкә лә барғылары килеп китер. Ҙурайышып, сәләмәтлектәрен нығытып, тиҙҙән балалар яңы көс менән уҡыу йылын башларҙар. Ә әлегә эҫе ҡояш, күңелле ял теләп ҡалабыҙ уларға!