Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июль 2019, 14:05

Быйылғы йәйҙә республика халҡы тормошонда нимәләр үҙгәрә?

Быйылғы йәйҙә республика халҡы тормошонда нимәләр үҙгәрә?Быйылғы йәйҙә ватандаштарыбыҙҙың тормошона ҡағыласаҡ байтаҡ яңы закондар һәм башланғыстар ғәмәлгә инә, улар төҙөлөш, пассажирҙар ташыу, сауҙа һәм башҡа өлкәләргә ҡағыла. Яңылыҡтарҙың иң мөһимдәренә туҡталып үтәйек.

Һөт ризыҡтары һатыуҙа –
яңы ҡағиҙәләр
Ағымдағы йылдың 1 июленән магазин кәштәләрендәге бөтә төр һөт продукцияһына СЗМЖ – үҫемлек майы ҡушылған йәки БЗМЖ – тәбиғи һөттән етештерелгән тигән билдәләр ҡуйылды. Был башланғыс халыҡ ниндәй продукттың саф, ә ҡайһыһында пальма һәм башҡа үҫемлек майҙары булыуын белһен өсөн эшләнә.
Ә ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта республикалағы икенсе һөт кухняһы асылды (тәүгеһе бер нисә ай элек Өфөлә эш башлағайны). Уларҙа балалар өсөн сифатлы һөт ризыҡтары етештерәләр, шулай уҡ был үҙәктәр ошондай продукцияны бушлай алыу хоҡуғына эйә халыҡты ла хеҙмәтләндерә.
Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдереүенсә, республика киләсәктә лә һөт кухняларын үҫтереүҙе дауам итәсәк. Йыл аҙағына тиклем улар Нефтекама, Белорет, Октябрьский, Сибай ҡалаларында барлыҡҡа килеп, эргә-тирә райондар халҡын да хеҙмәтләндерәсәк.
Төҙөлөш ойошмаларына өлөшсөләрҙең аҡсаһын бирмәйәсәктәр
Июлдән барлыҡ төҙөлөш ойошмалары эскроу-иҫәп тип аталған финанслау алымына күсә. Хәҙер төҙөлөш компаниялары эштәрҙе тамамлағанға тиклем өлөшсөләрҙең аҡсаһын ҡуллана алмай, улар банктан кредит алып төҙөргә тейеш. Власть күҙаллауынса, финанслауҙың яңы алымына күсеү алданған өлөшсөләр барлыҡҡа килеүгә сик ҡуясаҡ.
Намыҫһыҙ төҙөлөш ойошмаларынан зыян күреүселәр һаны буйынса беҙҙең республика Волга буйы федераль округында «алдынғылар» рәтендә – беҙҙә һигеҙ меңдән ашыу алданған өлөшсө иҫәпләнә. Етәкселек белдереүенсә, күпселек объекттар буйынса финанс алымдары һәм төҙөлөштө тамамлау ваҡыты асыҡланған.
Торлаҡҡа ҡағылышлы тағы ла бер яңылыҡ: июль аҙағында ипотека каникулы тураһында закон ғәмәлгә инәсәк. Хәҙер ауыр тормош хәленә юлыҡҡан кешеләр кредит түләүҙә ярты йылға тиң тәнәфес алыу мөмкинлегенә эйә. Бындай осраҡтарға эш урынын юғалтыу, I һәм II төркөм инвалиды булыу, килемдең кәмеүе инә. Каникул осорона тура килгән түләүҙәр килешеүҙә күрһәтелгән ваҡыттан һуңыраҡ осорға күсерелә, йәғни был осраҡта кредитты түләү ваҡыты бер ни тиклем оҙоная.
Бурысҡа аҡса биреүселәрҙе сикләйәсәктәр
Ағымдағы айҙан бер йылға тиклем бирелгән займдар буйынса проценттар һәм штрафтар бурыстан ике тапҡырҙан арта алмай. Әгәр һеҙ банктан йәки микрофинанслау ойошмаһынан 10 мең һум алһағыҙ, күп тигәндә 30 мең һум ҡайтарасаҡһығыҙ (10 меңе – бурыс күләме, 20 меңе – проценттар). Киләһе йылдан займ буйынса проценттар һәм башҡа түләүҙәр 1,5 тапҡырҙан арта алмай. Әгәр 10 мең һум алһағыҙ, ҡайтарыу өсөн иң ҙур сумма – 25 мең һум.
Юл йөрөү өсөн берҙәм карта менән иҫәпләшергә мөмкин
Июлдән республикала «Алға» тип аталған берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инде. Уның менән бөтә төр транспортта ла иҫәпләшергә мөмкин. Әлегә карта менән Өфө халҡы ғына ҡуллана, яҡын арала проектҡа башҡа ҡала һәм райондар ҙа ҡушыласаҡ. Был пассажирҙар ташыу тармағында тәртип урынлаштырыуҙың мөһим этабы һанала, сөнки электрон түләү транспорт хеҙмәте күрһәтеүселәргә килемде йәшереүгә юл ҡуймаясаҡ.
Сентябрҙән карта буйынса иҫәпләшеп, бер транспорттан икенсеһенә күскәндә өҫтәмә хаҡ түләмәү мөмкин буласаҡ.
Парктарҙа усаҡ яғыуҙы тыйҙылар
Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Административ тәртип боҙоуҙар кодексына яңы төр штраф өҫтәне. Ул йәмәғәт урындарында – күп фатирлы йорттарҙың ихаталарында, урамда, паркта ҡоро япраҡ һәм сүп-сар яғыуға ҡағыла. Тәртип боҙоусыларға биш йөҙ һумдан йөҙ мең һумғаса штраф ҡаралған.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев аңлатыуынса, был тыйыу шәхси биләмәләрҙә усаҡ яғыуға ҡағылмай. Мәҫәлән, үҙеңдең дачаңда янғынға ҡаршы режим талаптарын үтәп, усаҡ яғырға мөмкин.
Балалар пособиелары артты
1 июлдән Рәсәйҙә инвалид балаларҙы һәм тыумыштан беренсе төркөм инвалидтарын ҡараған өсөн пособиелар ике тапҡырға тиерлек артты. Бығаса ул 5,5 мең һум булһа, хәҙер – 10 мең һум.
Юлдарҙа контроль көсәйтеләсәк
Башҡортостанда юлдарға камералар ҡуйыу программаһын тергеҙҙеләр. Үткән аҙнала ғына 57 камера ҡуйылды. Әлеге мәлдә беҙҙә 238 күҙәтеү ҡорамалы иҫәпләнһә, йыл аҙағына уларҙың һаны – 527-гә, ә бер йылдан бер меңгә етәсәк.
— Водителдәр аңларға тейеш: беҙ уларҙан күберәк аҡса алыу өсөн түгел, ә кеше ғүмерҙәрен һаҡлау өсөн тырышабыҙ. Әлеге ваҡытта бихисап юлдар төҙөкләнә һәм был яҡшы күренеш икенсе бер насар хәлгә сәбәпсе булып тора: яҡшы юлдар буйлап водителдәр самаһыҙ ҡыуалай һәм һәләк була. Беҙгә машина йөрөтөүҙә яңы мәҙәни кимәл кәрәк. Был йүнәлештә тәүге һөҙөмтәләр бар: былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда быйылғы йылдың беренсе яртыһында авариялар – 71, йәрәхәтләнеүселәр – 78 һәм һәләк булыусылар ике осраҡҡа кәмерәк теркәлгән. Камералар күп булған һайын – авариялар аҙыраҡ, был күренештәр бер-береһенә туранан-тура бәйләнгән, – тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге биттәрендә Радий Хәбиров.
Хәҙер һәр юл-транспорт ваҡиғаһын муниципалитеттарҙа булдырылған махсус мобиль төркөмдәр тикшерә. Уларҙың төп бурысы – аварияларҙы иҫкәртеү. Мәҫәлән, әгәр авария юл билдәһе булмау арҡаһында килеп сыҡһа – уны ҡуйыу мотлаҡ, әгәр насар яҡтыртылыу сәбәпле булһа – фонарҙар ҡуйыу зарур. Тәжрибә күрһәтеүенсә, урындарҙа алып барылған ошоноң ише эштәр хәүефле юл участкалары һанын кәметеүгә булышлыҡ итә.
Күптән көткән төҙөлөштәр башланды
Июль айында һуңғы йылдарҙа йыш һүҙ алып барылған, күптән көткән ике төҙөлөш башланды. Беренсеһе – республика кардиология үҙәгенең яңы корпусы. Унда ҡабул итеү һәм диагностика бүлектәре, көндөҙгө стационар, ике операция блогы, лаборатория һәм хужалыҡ бүлмәләре урынлашасаҡ. Яңы корпустың сафҡа инеүе хеҙмәтләндереү даирәһен киңәйтәсәк, яңы төр операциялар, процедуралар үткәреүгә, диагностикалау һәм дауалау сифатын бермә-бер арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Бинаны төҙөү быйыл уҡ тамамланасаҡ. 2020 йыл аҙағына тиклем эске эштәрҙе башҡарыу күҙаллана. Тәүгеләрҙән булып яңы бинаға хирургия бүлеге күсәсәк, был иҫке корпусты реконструкцияларға мөмкинлек бирәсәк.
Икенсе ҙур төҙөлөш – Өфөгә ингән урында Ағиҙел аша яңы күпер.
Иҫке күпер 1956 йылда төҙөлгән, уға кисекмәҫтән ремонт талап ителә, әммә уны ябып булмай – Өфөлә ҙур тығындар барлыҡҡа киләсәк. Шуға күрә эштәр бер нисә этапта алып барыласаҡ: тәүҙә әлеге ике күпер араһына өс һыҙатлы өҫтәмә күпер төҙөләсәк, артабан инде иҫке күпер ремонтланасаҡ. Был эштәргә яҡынса биш йыл самаһы ваҡыт кәрәк буласаҡ тип күҙаллана.
2018 йылдың беренсе ярты йыллығы
1775 авария
2249 кеше йәрәхәтләнгән
180 кеше үлгән
2019 йылдың беренсе ярты йыллығы
1704 авария
2171кеше йәрәхәтләнгән
178 кеше үлгән
Читайте нас: