Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июль 2019, 13:21

Эскелеккә ҡаршы көрәш көсәйә

Эскелеккә ҡаршы көрәш көсәйәБашҡортостанда өс айҙа 250 мең литр контрафакт алкоголь әйләнештән алынған.

Был турала Республика етәксеһе Радий Хәбировтың Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Алешин менән осрашыуында әйтелде. Полиция үткәргән оператив саралар барышында спирт етештергән йәшерен цехтар эшмәкәрлеге туҡтатылған. Йәмғеһе һатыуҙан 51 мең литр ялған спиртлы эсемлек тартып алынған. Магазиндарҙа һатылған бөтә спиртлы эсемлектәр Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт сис-темаһында теркәлергә тейеш.
Беҙҙең хәбәрсе.
Читайте нас: