Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Июль 2019, 12:19

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә

Стәрлетамаҡ районында ике ма-тур ғаиләнең гәүһәр юбилейҙарын үткәреүен белгәс, Стәрлетамаҡ районы ЗАГС-ы начальнигы Гүзәл Дәүләткирәева, Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәғлүмәт сәйәсәте һәм мәғлүмәтте яҡлау бүлегенең баш белгесе Александра Лисковец менән райондың Соколовка ауылына ҡулға-ҡул тотоношоп 60 йыл бергә йәшәгән Егоровтарға һәм Түбәнге Уҫылынан Вәхитовтарға юлландыҡ.



– Хоҙай һеҙҙе үҙе бергә ҡушҡан, бөтә кешегә лә 60 йыл бергә йәшәү бәхете татымай. Һеҙҙең юл сәскәләргә күмелгән, ил күргәнде һеҙ ҙә күргәнһегеҙ, балаларығыҙға һәм ейәндәрегеҙгә бул-ған мөхәббәтте һаҡлағанһығыҙ. Һеҙҙең йөрәгегеҙ, аҡылығыҙ, ҡулдарығыҙ алтын, – тине Первомайский ауыл биләмәһе рәйесе Мария Макаренко уларҙы ҡотлап, бүләктәрен тапшырып. Бындай матур һүҙҙәр менән килешмәй булмай. Район ЗАГС-ы начальнигы Республика етәксеһе Радий Хәбировтың ҡотлауҙарын еткерһә, район белгесе Стәрлетамаҡ районы хакимиәт башлығының бүләктәрен тапшырҙы. Юбилярҙарҙы Светлана Сараева мөдирлегендәге мәҙәниәт йортонда шөғөлләнеүсе Диана Батыршина, Полина Алексеева, Арина Алексеевалар «Бабушка рядышком с дедушкой», «А ты меня любишь», «Погода в доме» тигән йырҙар менән ҡотлағас, инәй-бабайҙың күңеле тағы ла күтәрелеп китте.

Түбәнге Уҫылы ауылында йәшәүсе гәүһәр юбилярҙар Вәхитовтарға ла килеп төшкәс, ихатала байрам тантанаһы әллә ҡайҙан һиҙелеп тора ине. Бында Йәүҙәт Хәбир улы менән Тәнзилә Билал ҡыҙын ҡотларға балалары, бөтә туғандары ғына түгел, күрше-күләндәре лә йыйылғайны. Шуныһы ҡыҙыҡлы: Йәүҙәт ағай Тәнзилә апайҙы урлап алып ҡайтҡан. Тәнзилә апай был хаҡта “бер ҙә үкенерлек түгел, матур ғаиләгә эләктем”, – ти. Улар ҙа, Егоровтар һымаҡ, иңдәрендә шатлыҡтарҙы ла, ауырлыҡтарҙы ла бергә күтәргән. Ғаилә башлығы көтөүсе лә, төҙөүсе лә булған, янғын һүндереүсе лә булып эшләгән. Ә Тәнзилә ханым сөгөлдөрөн дә, йәшелсәһен дә утаған, ләкин уны яҡындары күберәк мал йәнле кеше булараҡ белә – оҙаҡ йылдар алдынғы быҙау ҡараусы булған ул! Өс ҡыҙ, бер ул үҫтергәндәр.

Уларҙы тантаналары менән Стәрлетамаҡ районы ветерандар советы рәйесе Рафиҡ Биктимеров, Уҫылы ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүеф Байбекков та ихлас ҡотланы. Был ғаиләгә лә республика башлығының һәм район хакимиәте башлығының ҡотлау сәләмдәре һәм бүләктәре еткерелде. Вәхитовтарҙы уңған, тырыш ғәилә тиҙәр ауылдаштары. Был инде йорт-ҡураларына ингәндә үк күҙгә салына. Шатлыҡ игеҙ килә тигәндәй, Тәнзилә Билал ҡыҙының 80 йәшлек юбилейы ла икән. Йәүҙәт ағай уға тантаналы итеп сәскәләр гөлләмәһе тапшырһа, Тәнзилә апай яратҡан бабайына таҡыя кейҙерҙе. “Бергә йәшәү дәүерендә “бишле” билдәһе ҡуйырлыҡ мәлдәр ҙә кисерҙек, “өслөләр”һеҙ ҙә үтмәне, әммә бер ваҡытта ла “икеле” булманы, – тине улар бер-береһе менән ғорурланып.

Ҡотлауҙар күп булды, шулай ҙа Ишембай ҡалаһынан килгән ейәнсәрҙәре Оксана Мудрая башҡарған айырыуса хисле йырҙан һуң һәммәбеҙҙең күҙҙәре-нә йәштәр тығылды. Был моңда һағыш та, шатлыҡ та, ә иң мөһиме, бәхетле парға ҡарап һоҡланыу тойғоһо ла уянды. Йомғаҡлап шуны әйтке килә: Соколовка-ла йәшәүсе сыуаш ғаиләһе Егоровтар был тормошто үҙҙәренсә матур үткән, ә Түбәнге Уҫылыла йәшәүсе татар ғаиләһе Вәхитовтар күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәгән. Ике ғаиләне лә мөхәббәт тигән ҙур төшөнсә ошо көнгә килтереп еткергән, минеңсә.

Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: