«Стапель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Михаил Кулаков республика етәксеһе Радий Хәбировҡа иген һаҡлау өсөн биналар әҙер, караптарға тейәү ҡоролмаларын монтажлау ғына ҡалды тип белдерҙе. Радий Фәрит улы предприятие етәксеһен яҡындағы «Инвестсәғәт»кә саҡырҙы һәм караптарҙы оҙатыуға килергә тырышырмын тип әйтте.
Михаил Кулаков фекеренсә игенде һыу олы менән оҙатыу иҡтисади яҡтан отошло. Әгәр ҙә бында тимер юлы ремонтланһа, был майҙансыҡтың әһәмиәте тағы ла артасаҡ.
«Стапель» ЯСЙ-һы «Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы» өстөнлөклө инвестициялар проекты башланғысына нигеҙ һалған. Тәү сиратта унда нефть йыуынтыһы һәм шламдарын эшкәртеү цехын сафҡа индереләсәк. Уға 721 млн һум инвестициялар йүнәлтеләсәк.
«Был йүнәлеш республика өсөн яңы булып тора, бығаса төбәктә суднолар төҙөлмәне. Киләсәктә Ағиҙел инвестициялар яғынан өмөтлө ҡалаларҙың береһе булып тора. Бында буш торған ҙур майҙандар һәм ерҙәр бар. Республика федераль үҙәк ярҙамы менән инфраструктура булдырыу һәм ғәмәлдәге инженер селтәрҙәрҙе ремонтлауға аҡса бирәсәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.