Ул химия буйынса юниорҙар араһында республика олимпиадаһы үткәреү проекты менән уңышлы сығыш яһаны һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Форум Мәскәү өлкәһенең Солнечногорск ҡалаһы янындағы Сенеж күле янында 5-11 июлдә үтте.
«Һәр яҡшы проект артында уны булдырыусыларҙың берҙәм командаһы тора. Мин форумда Олимпиада хәрәкәтенең уҡытыусылар ассоциацияһы командаһын күрһәттем. Беҙҙең эш республика уҡыусыларын химия олимпиадалары аша үҫтереүгә арналған» — тип һөйләне Тимур Мәннәнов.
Быйыл форумға бар Рәсәйҙән 1000-дән ашыу кеше йыйылған. Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ үткәргән грант конкурсында төрлө өлкәләге киҫкен проблемаларҙы хәл итеүгә проекттар ҡатнашты. Улар араһынан 26 йүнәлешкә дөйөм алғанда 6 млн һумға яҡын сумма тапшырылды.