Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2019, 18:18

Киттем Америкаға әбей-бабай ҡарарға йәки Океан аръяғында тормош еңелме?

Киттем Америкаға әбей-бабай ҡарарға йәки Океан аръяғында тормош еңелме?Әлфиә ШУБИНА менән ҡу-наҡта танышҡайныҡ. Ул Стәр-летамаҡта тыуып үҫкән, һуңғы биш йылда Америкаға барып-ҡайтып йөрөй. Ябай кешегә сит тарафтарҙа еңелме? Ул унда юғалып ҡалмағанмы? Сит илгә сығыу тәртибе нисегерәк? Рәсәйҙән килгәндәрҙе унда нисек ҡабул итәләр? Башта мең төрлө һорау ҡайнай. Мин шуларҙың барыһын да уға “яуҙырам”...

Бала артынан
– Әлфиә, һин нисек Америкаға барып эләктең ул?
– Ҡыҙым колледжда тырышып белем алды. Ул Федоровка районынан бында фәҡәт яҡшы уҡып, сит илгә сығыу маҡсаты менән килгән Даша менән Аня исемле әхирәттәренә ҡараған да: “Ә ниңә миңә лә улар һымаҡ хыялды бойомға ашырмаҫҡа?” – тигән фекергә килгән. Шулай итеп, был ҡыҙҙар тәжрибә уртаҡлашыу һылтауы менән Америкаға алданыраҡ китәләр. Ә Лира ҡыҙым 2008 йылда Бостонға юлланды. Бында ошо уҡ маҡсатта 30 илдән килгән студенттар 3 көн адаптация үҙәгендә йәшәйҙәр. Ҡыҙымдың машина йөрөтөргә халыҡ-ара хоҡуғы булғанға күрә, ул ғаиләгә “автоняня” (автомобиль йөрөтә белгән бала ҡараусы) булып урынлашҡан. Ғаиләлә ике бала һәм ике өләсәй булған. Балалар ата-әсәһен бөтөнләй күрмәй икән. Сөнки улар – һәр саҡ эштә.
Лира гел генә эшләп ҡалмаған, ә ял көндәрендә Рәсәйҙән килгән урыҫтар менән аралаша алған. Үҙенең балаһы Рәсәйҙә ҡалғанғамылыр, Иркутскиҙан килгән Наташа тигән ҡатын, ҡыҙыма студент визаһын алышырға ярҙам иткән. Һөҙөмтәлә Лира Инглиз теле академияһында телде камиллаштыра, иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе була. Урыҫ ресторанына официант булып эшкә урынлаша. Ярты йылдан менеджер булып үрләтелә. Уның буласаҡ ире урыҫ аштарын яратҡанға күрә, был ресторанда йыш тамаҡ ялғаған булған. Шулай ике йөрәк бергә ҡушылып, ғаилә барлыҡҡа килә...
– Кейәү кеше – хәллеме, фатир-ҙары бармы һуң?
– Ябай американдарға йәшәү еңел түгел. Тапҡандарын беҙҙәге һымаҡ фатир өсөн ипотека һәм коммуналь түләүҙәр йотоп тик тора. Шуға күрә мин ейәнем тыуыу менән өс йылға “өләсәй” визаһын алдым да балаларым янына Бостонға остом.
– Сит илгә сыҡҡанда кеше үҙе менән күпмелер аҡса алырға тейеш, тип ишеткәйнем…
– Мине Америкала көткән кешелә-рем булғанға күрә миңә күстәнәстәр, бүләктәр менән генә сикләнергә тура килде. Ә бына сит илдә бер кеме лә булмаған кешегә үҙе менән 180 мең һум аҡса (ләкин уны долларға әйләндерергә кәрәк) алырға мөмкин.
Яҡташтар ҙа осрай
– Тәүәкәл кешеләргә һоҡланам, тик үҙебеҙҙең ерҙән китеүе еңел түгелдер.Тыуған яҡ һағындырамы?
– Тәүге барыуымда һағынып үлә яҙҙым һәм өс ай тигәндә кире ҡайтып төштөм. Шулай ҙа, тағы ла бер нисә тапҡыр ейәнем Логонды ҡарашырға барҙым әле. Ни ҡылаһың, кеше шулай бәхет эҙләп тик йөрөй инде. Һуңғы ваҡытта Лос-Анджелеста йәшәйем.
– Рәсәйҙән килгәндәрҙе нисек ҡабул итәләр?
– Урыҫтарҙы бик тә яраталар. Төрлө осраҡтар булып китә инде, ҡайҙа ла тормош бит. Мәҫәлән, Лос-Анджелеста йәшәгән 11 миллион кешенең 2,5 миллионы – әрмәндәр, украиндар һәм урыҫтар бик күп.
– Яҡташтар осраймы һуң?
– Әлбиттә, айырыуса Өфөнән кил-гәндәр күп. Улар ҙа минең һымаҡ әбей йәки бабай ҡарайҙар. Ҡыҙым һымаҡ бала ҡараусылар ҙа етерлек.
– Ә Лос-Анджелесҡа нисек барып сыҡтың?
– Мин Америкаға киткәнсе ете йыл үҙебеҙҙә бала ҡараусы булып эшләнем. Ипотекаға алған фатирымды түләп бөтөргә 350 мең бурыс ҡалғайны, ошо бурысты ҡаплатам тип, Мәскәүҙә бала ҡарарға хәл иттем дә, эш эҙләп ҡараным. Берәүҙәргә күҙем оҡшаманы, икенселәргә инвалид булыуым. Ә ярты йыл элек Америкалағы агентлыҡҡа ла мөрәжәғәт иткәйнем. Шулай Мәскәүҙә эш табалмай йөрөгәндә Американан бер йылға саҡырыу килде лә төштө. Мин ғүмере буйы табип булып эшләгән 88 йәшлек Людмила Николаевнаны һәм уның инвалид ҡыҙы Ольга Терновскаяларҙы ҡарарға эшкә урынлаштым.
Тағы юллана
– Һинең вазифаң нимәнән ғибәрәт һуң? Нимәләрҙе баш-ҡарырға тейешһең?
– Үҙебеҙҙә ата-әсәйемде нисек ҡараһам, унда ла шул уҡ эштәрҙе башҡарам. Ашарға бешерәм, кер-иҙән йыуам, әбейҙе ике тапҡыр тышҡа йөрөргә алып сығам.
– Магазинға ла йөрөйһөңмө?
– Юҡ. Уныһын башҡа кеше башҡара.
– Көн тәртибе нисек?
– Иртән етелә торам, киске 10:30-ҙа ятам. Ләкин төндә әбей уянған һайын миңә лә бер-ике тапҡыр уянырға тура килә.
– Ипотекаға алған фа-тирыңды түләп бөттөңмө һуң? Йәшерен-батырын булмаһа, айына нисә һум түләйҙәр?
– Түләп бөттөм. Беҙҙең аҡсаға әйләндергәндә, айына яҡынса 150 мең һум.
– Йәшәү ҡайҙа еңелерәк, тип уйлайһың?
– Әлбиттә, үҙебеҙҙә! Ҡабатлап әйтәм: бай булмаһаң, бил бөгөп эшләгән ябай кешегә унда йәшәүе ифрат та ауыр. Унда тик шуныһы ныҡ оҡшаны: Америкала закон боҙмаусылар хөрмәттә йәшәй.
– Бер аҙнанан китәм, тинең. Был юлы ҡайҙа: Бостонғамы, әллә Лос-Анджелесҡамы?
– Бостонға, балаларым һәм тормош иптәшем Андрей янына. Әйткәндәй, ул башта ҡунаҡ булып килгәйне, әле ул ейәнде ҡараша.
– Эшкә урынлаштымы һуң?
– Ресторанда ашнаҡсы булып эшләй. Америкала эшләмәгән кеше йәшәй алмай! Рәсәйҙә эшләмәгән кешене аҙым һайын осратһаҡ та…
– Тыуған төйәгеңде тағы ла ҡал-дырып киткәнгә үкенмәйһеңме һуң?
– Нисек әйтергә? Һаулыҡ бик ҡаҡшаны. Күҙгә операция яһатмай тороп, Лос-Анджелеста мине зарығып көткән Терновскаяларҙы ҡарай алмайым инде, тик улар минән башҡа кешене эшкә алырға теләмәй. Әйткәндәй, уларҙың үҙҙәренән башҡа эттәре менән бесәйҙәре лә – минең өҫтә. Ғөмүмән, оло кешеләр һәм хайуандарҙы ла йәлләйем.
– Әлфиә, сит ерҙәге тормошто нисек бар – шулай һөйләп биргән әңгәмәң өсөн ҙур рәхмәт, Океан аръяғынан имен-аман йөрөп ҡай-тырға яҙһын!
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: