Хужа уларҙың иҫәбен өс йөҙгә еткерергә күҙаллай. Иҡтисади яҡтан ҡарағанда, солоҡсолоҡ – бик килемле, әммә мәшәҡәтле шөғөл. Уның ҡарауы Фәнис эшен артабан да киңәйтергә уйлай, улай ғына ла түгел, хәҙер эшҡыуар үҙенең шөғөлө хаҡында туристарға ла һөйләмәксе. Ошо маҡсатта ул махсус туристик маршрут булдырған. Умарталыҡ туристарҙы ҡабул итә башлаған да инде. Улар өсөн Фәнис Хәлилов экскурсия уҙғара, бал ҡорттары тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә. Ҡунаҡтар күлдә һыу инә һәм балыҡ тота, уҡтан ата, утрауҙа эшләнгән асыҡ һауалағы ашханалатуҡлана, милли ризыҡтарҙан һәм эсемлектәрҙән – буҙанан, ҡымыҙҙан, балдан ауыҙ итә ала.
Әйткәндәй, бындай балда 120 микроэлемент бар. Солоҡта йәшәүсе бал ҡорттарын антибиотиктар менән дауаламайҙар. Балды йылына бер тапҡыр, август аҙағында – сентябрь башында алалар. Балды ағыҙмайҙар, ә һитә киҫәктәре менән бергә болғайҙар ғына. Ошондай бал бик файҙалы тип иҫәпләнә.