Ашҡаҙар
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Июль 2019, 18:59

ТАРИХТЫ «УРАЛ» МОТОЦИКЛЫ ҺАҠЛАЙ

ТАРИХТЫ «УРАЛ» МОТОЦИКЛЫ ҺАҠЛАЙ“Урал” мотоциклдары урам буйлап елдергән замандар күптән инде артта ҡалды, СССР фильмдарын ҡарап ҡына был йылдарҙы иҫкә алабыҙ. Эх, ҡайҙа һуң беҙҙең совет инспекторы тип әйтеүселәр ҙә булыр. Хәҙер үткән замандарға Геология урамындағы ЮХХДИ бинаһы алдындағы постаментҡа ҡарап, иҫтәлектәргә бирелә алабыҙ.

Зәңгәр маяҡ, СССР гербы төшөрөлгән һары һәм күк төҫтәге арбалы мотоцикллы постаментты күптән үк әҙерләй башлағандар ине, ошо көндәрҙә уны бар халыҡҡа күрһәттеләр ҙә инде. Тантаналы сарала ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов, БР буйынса эске эштәр министрлығының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы идара начальнигы Геннадий Мосякин, Стәрлетамаҡ буйынса эске эштәр идараһы начальнигы Илдар Хөрмәтуллин, автоинспекция ветерандары һәм идараның етәкселек составы ҡатнашты.
Мотоцикл Дәүләт автоинспек-цияһы, йәғни әлегесә ЮХХДИ барлыҡҡа килеүҙең 83 йыллығына бағышланды һәм ветеран-автоинс-пекторҙарға хөрмәт йөҙөнән ҡуйылды.
– Был идеяны хеҙмәткәрҙәребеҙ хуплап алды һәм бергәләп мотоциклды тулыһынса тергеҙеп, яңылай ялтыратып эшләп ҡуйҙыҡ. Әлбиттә, был ветерандарыбыҙ менән осрашыу урыны булып торасаҡ. Тәүҙә аттар булһа, был транспорт төрө – заманы өсөн яңы аҙым ул. Уның ярҙамында күпме зыян ҡылыусылар тотола, закон боҙоусылар ҡулға алына. Эшләй башлаған осорҙа шәхсән үҙем дә “Урал” мотоциклында йөрөнөм, еңел булмаһа ла, хеҙмәтте үтәйһең. Ә ҡайһы бер ветерандарыбыҙҙың эше тулыһынса ошо техника менән бәйле, шуға ла символ менән яңылышмағанбыҙҙыр тип уйлайым, – тине һәйкәлде урынлаштырыу тураһында Стәрлетамаҡ буйынса ЮХХДИ начальнигы, полиция майоры Радик Ғәлимйәнов.
Ысынлап та, ваҡиғаға йыйылған уҡыусылар өсөн мотоцикл тарихтан бер өҙөк булып торһа, ветерандары-быҙ тап ошо транспорт менән юлдарҙа хәүефһеҙлек булдырған. Был турала ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов та әйтеп үтте.
– Бындай постамент бинаға иғтибар йәлеп итеп тора, йәш быуын өсөн үткәнде онотмаҫҡа өндәй. Идара хеҙмәткәрҙәренә – бурыстарын уңышлы үтәүҙәрен, ветерандарға – тыныс ял, йәштәргә – тарихҡа һаҡсыл ҡарашта булыуҙарын теләйем, – тине Владимир Иванович постаментты асыу тантанаһында.
Сығыш яһаусылар үҙ һүҙҙәрен һәм теләктәрен еткергәндән һуң, аҡ туҡыма аҫтынан мотоцикл үҙе лә пәйҙә булды. Хәҙер һәр теләгән кеше уны барып ҡарап, иҫтәлеккә фотоға ла төшә ала. Ҡасандыр юлдарҙа хәүефһеҙлек булдырырға ярҙам иткән “Урал” хәҙер тарих һағында!
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Автор фотоһы.
Читайте нас: