Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Июль 2019, 16:17

Аттракциондарға ҡарата хәүефһеҙлек талаптары ҡәтғиләшә

Аттракциондарға ҡарата хәүефһеҙлек талаптары ҡәтғиләшәБыл хаҡта Дәүләт техник күҙәтеүе етәкселеге сираттағы кәңәшмәлә белдерҙе. Йәйге каникулда балалар өсөн парктағы аттракциондарҙа уйнау һәм ял итеү иң яҡшы ял. Тик ял сираттағы бәхетһеҙлек йәки тән йәрәхәттәре менән генә тамамланмаһын. Ишембай ҡалаһынан күңелсәк һәм шаян ҡыҙ бала инде фотоһүрәттән генә йылмая. Аделина уйнарға сыҡҡан еренән өйөнә ҡайтмай. Бәүелсәктән йығылып баш мейеһенә ауыр тән йәрәхәттәре ала. Баланы ашығыс ярҙам машинаһында Ишембай район дауаханаһына килтерәләр. Әммә ҡотҡара алмайҙар.

Евразия иҡтисади союзының техник регламенты нигеҙендә аттракциондар хәүефһеҙ булырға тейеш. 27 ғинуарҙан уйын ҡорамалдарының техник хәле һәм ҡулланыу дәүләт стандарттарына һәм төбәк дәүләт күҙәтеүе талаптарына яуап бирергә тейеш. Өфөлө үткән семинарҙа аттракциондар өсөн яуап биргән 52 кеше ҡатнашты.
Ирек Яҡупов, Башҡортостан дәүләт техник күҙәтеү идаралығы етәксеһе урынбаҫары: “Семинарҙа бик мөһим мәсьәләләр ҡаралды, сөнки әлеге ваҡытта балалар ялының иң ҡыҙыу нөктәһе, аттракциондар тейешле кимәлдә тикшереү үтергә һәм техник торошо ҡабул ителгән документтарға тап килергә тейеш”.
Өфөләге «Күҙәтеү ҡуласаһы»н 270 тонна тимер ҡорамалдар тәшкил итә. Уның директоры өсөн техник хәүефһеҙлек һәм тәртип иң мөһиме, һәр кем үҙенең физик һәм рухи көсөнә ҡарап, аттракциондар һайларға, улар менән ҡулланғанда тыныслыҡ һәм бөхтәлек һаҡларға тейеш, тигән фекерҙә.
Илдус Хәсәнов, «Ирәмәл» күҙәтеү ҡуласаһы директоры: “Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа халыҡҡа яҡшы ял ойоштрорға тырышабыҙ, әммә кешеләр ҙә бында тыныслыҡ һаҡлап, үҙәренән һуң тәртип һәм бөхтәлек ҡалдырһын ине тигән теләк бар”.
Төбәктә 4151 аттаракцион,12 меңгә яҡын спорт объекттары төҙөлгән. Улар Рәсәй Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә бөтәһе теркәү үтергә тейеш.
Алексей Новиков, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары: “Рәсми ярыштар һәм саралар үткәргән объект һәм ундағы ҡорамалдарҙың сертификаты булырға, ә объект реестрға теркәлергә тейеш. Был талаптар үтәлмәгәндә етәксегә 50 -90 меңгә тиклем штраф һәм 90 көнгә учреждение эшен туҡтатыу ҡаралған”.
Зона семинарында ҡатнашыусыларға яңы талаптар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар үтәлеше хаҡында сығыштар тәҡдим ителде. Фәһемле осрашыуҙар, фекер алышыуҙар эшебеҙҙе тағы ла яҡшыраҡ ойошторорға , ҡуйылған талаптарҙы теүәл үтәргә ярҙам итә , ти, семинарҙа ҡатнашыусылар.
Зәүрәт Маҡаев, Өфө аквапаркы етәксеһе: “Беҙҙә ҡырҡтан ашыу инструктор эшләй. Улар һәр бер аттракционда ололарҙы һәм балаларҙы тәртип һәм хәүефһеҙлек саралары үтәлһен өсөн ҡарап, тикшереп торалар, касса хеҙмәткәрҙәре лә эштә хаталар булмаһын өсөн бәтә талаптарҙы ла үтәй. Ныҡлы инструктаж үткәрә”.
Өлкәндәрҙең йәйге ялы, балаларҙың каникулы осоронда аттракциондар хәүефһеҙлеге һәм торошо өсөн яуап биреүсе инженер-инспекторҙар зоналарға бүленеп эшләйәсәк. Улар иғтибарынан тикшерелмәгән бер генә парк та, сквер ҙа ҡалмаясаҡ. Ә балалар һәм ата-әсәләргә бер генә талап - аттракциондарҙа хеүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, уяулыҡты юғалтмаҫҡа.
БСТ
Читайте нас: