Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
23 Июль 2019, 16:52

Хыялдары ҡалды һауала

Хыялдары ҡалды һауалаБынан 17 йыл элек Германияның Боден күле өҫтөндәге һауала 2 июль төнөндә Ту-154М пассажирҙар самолеты менән йөк ташыусы Boeing-757 самолеты бәрелешә. Был авиаһәләкәттә 52 бала, 19 өлкән кеше һәм экипаж һәләк була. Рейс Мәскәүҙән Барселонаға юлланған. Был сәфәрҙе Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет ЮНЕСКО махсуслаштырылған мәктәбенең төрлө олимпиадаларҙа ең-гән иң яҡшы уҡыусыларын дәртләндереү ниәтенән ойошторған булған.


Авиаһәләкәттә һәләк булыу-сыларға бәйле йыл һайын хәтер саралары уҙып тора. Мәҫәлән, 2003 йылда Өфө ҡалаһында һәләкәт ҡорбандарына мемориаль комплекс ҡуйылды, 2004-тә Германияның Юберлинген ҡалаһында фажиғә булған урында авиаһәләкәттә һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәл асылды, 2006 йылда Цюрихта быяланан һәм таштан торған стела ҡуйылды һ.б. Йылайыр районында ЮНЕСКО-ның дуҫтар клубы инициативаһы менән Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы БашДУ-ның Стәрлетамаҡ фи-лиалы менән берлектә үткәреп килгән Венер Вәлиев иҫтәлегенә “Минең хыял” тигән иншалар һәм ижади эштәр конкурсы – шул матур сараларҙың береһе.

– Испанияға ял итергә юлланған 52 бала араһында беҙҙең яҡташыбыҙ Венер Вә-лиев та бар ине, – ти Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендә-ге башҡорт гимназияһының директор урынбаҫары, кон-курстың муниципаль координа-торы Альбина Өмөтбаева. Венер Вәлиев хаҡындағы иҫтәлек Йылайырҙа һәр кем хәтерендә йәшәй. Хәтерҙә ул һәр саҡ 15 йәшлек булып ҡала.

Республиканың төрлө мөйөштәренән ба-лалар башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә үҙҙәренең эштәрен ебәрә, пландары менән уртаҡлашалар, киләсәкте күҙ алдына баҫтыралар һәм һәр кем үҙенең хыялын һүрәтләп, тормош маҡсатына әйләнгән шөғөлө тураһында һөйләй.

Ижади конкурста ҡатнашыусыларҙың күбеһе – 15 йәштәге үҫмерҙәр. Улар Венер исеменән һөйләйҙәр һәм хыялланалар. Шул рәүешле уның тормошҡа ашмай ҡалған хыялын беҙ оҙайтабыҙ: уның хыялын, уның өмөтөн, тиҙәр...

2017 йылда ошо ижади эштәрҙе бергә туплап, “Минең хыял” тигән йыйынтыҡ сығарғандар. Был йыйынтыҡ конкурстың йомғаҡлау өлөшө тиергә лә була. Йыйынтыҡтың яуаплы мөхәррире – педагогия фәндәре кандидаты, БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Фәүриә Аҡҡужина. Йылайыр районында үткән быйылғы сарала ул коллегаһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Миләүшә Арыҫланова һәм Йылайыр районынан сыҡҡан студенттар Рәзилә Аҡъюлова, Диана Таҡаловалар менән ҡатнашты.

– Әлбиттә, сараны ойоштороусыларҙың бе-реһе Венерҙың атаһы Юнер Вәлиевҡа, Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы коллективына, үҙебеҙҙең факультет, вуз етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Сөнки улар конкурсты үткәреүҙә лә, йыйынтыҡты сығарыуҙа ла ҙур ярҙам күрһәтә, – ти Фәүриә Әхтәм ҡыҙы. Шуныһы һөйөнөслө: киләсәктә был сараны халыҡ-ара кимәлгә күтереү перспективаһы тора. Сөнки ЮНЕСКО вәкиле Татьяна Богословская билдәләүенсә, конкурс ифрат та юғары кимәлдә үткән. Тимәк, Венер һәм тағы ла 51 баланың сит ил һауаларында өҙөлөп ҡалған хыялдары йәштәштәре тарафынан донъя кимәлендә ишеттереләсәк.

Римма ҒӘЛИМОВА.




Венер ағайым Юнер олатайым менән Рабиға инәйемдең иң кесе балалары ине. Ғаиләлә иң кесеһе булыуына ҡарамаҫтан, ул ололарса фекер йөрөткән, һәр саҡ дөрөҫлөк өсөн йән атҡан, эргә-тирәһендәге кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә тырышҡан, дуҫлыҡ ҡәҙерен белгән ағай ине.

Ағайым иҫтәлегенә Юнер олатай «Венер» мәсете һалдырҙы. Мәрхүмдең ҡәберенә лә йыш барып йөрөйбөҙ. Венер ағайым тураһында атайым менән әсәйем дә, туғандарыбыҙ ҙа йыш иҫкә алабыҙ. Ағайымдың киләһе көндәргә хыялдары ҙур ине, ләкин яҙмышы икенсе төрлөрәк хәл иткән дә ҡуйған.

Ә бит ҡайһы берәүҙәр замана ауырлыҡ-тарына зарлана. Бәләкәй генә ауырлыҡ алдында ла баҙап ҡала, хатта ялҡытты был донъя тип, ата-әсәһен, туғандарын ҡайғыға батырып, был донъяны ташлап китергә ашыға. Ә йәшәйем тип тырышҡан, киләсәккә ҙур пландар менән йәшәгән кешеләрҙе Хоҙай ниңәлер үҙенә ала икән…

Ҡар яуа. Был аҡлыҡ кешеләр күңеленә сафлыҡ, яҡшылыҡ алып килһен ине. Бөтә яуызлыҡтарҙы, ҡайғы-хәсрәттәрҙе күмеп китһен. Кешеләр, илдәр араһында дуҫлыҡ урынлашһын ине.

Самат АҠҠУЖИН,

Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыһы.
Читайте нас: