Ашҡаҙар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июль 2019, 12:20

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланды

Башҡортостанда Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу буйынса саралар планы раҫландыБашҡортостанда 2020 йылда республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерләнеү һәм уны байрам итеү буйынса төп саралар планы раҫланды. Тейешле бойороҡҡа республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Уға һуғыш инвалидтарының һәм ҡатнашыусыларының, шулай уҡ уларға тиңләштерелгән кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтелгән, иҫәтелекле-мемориаль, мәҙәни-күмәк саралар һәм күмәк спорт саралары, төбәк-ара һәм республика ғилми-ғәмәли конференциялар, китап һәм башҡа баҫма продукциялары сығарыу, мәғариф-патриотик проекттар инә.
Саралар республика бюджетында ҡаралған аҡсаға, шулай уҡ бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә тәьмин ителәсәк, тип хәбәр иттеләр төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә.
Читайте нас: