Ашҡаҙар
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль 2019, 16:52

Фамилия

ФамилияЗагсҡа барыр алдынан әсәйем:– Ҡыҙым, кейәүҙең фамилияһына күс. Ҙур ғына начальник булып китһә, һине уның ҡатыны тип танымаҫтар әтеү. Бына мин ҡыҙ фамилиямда ҡалдым да атайыңдың абруйы менән файҙалана алманым, – тине.

Әсәйемдең кәңәшен тотоп, Фәләнова булып киттем.
Атаҡ, иремдең тыуған яҡтарында был киң таралған фамилия икән дәһә! Ярты ауыл тиһәм дә аштырыу булмаҫ. Араларында кем генә юҡ – ябай эшсенән алып, район, ҡала тирәһендәге түрәләргә тиклем.
Кешене – эше биҙәй тиһәләр ҙә, ара-лаша белеүе, башҡаларға ҡарата яҡшы мөнәсәбәте лә мөһим. Айырыуса түрәләрҙе халыҡ нығыраҡ һынай был ыңғайҙан. Ғөмүмән, әллә ошонан ҡурҡып, әллә башҡа сәбәптән, әсәйемдең хыялы шулай ҙа тормошҡа ашманы – ирем начальник дәрәжәһенә үрләмәне лә, үрелмәне лә. Ябай ауыл кешеһе булып, хәләл тапҡан мал менән үҙ донъябыҙҙы үҙебеҙ көтәбеҙ.
Шәжәрә ағасында бер үк фамилия йөрөтөүселәр иҫәпһеҙ-һанһыҙ япраҡтар саҡлы. Аралашып йөрөгәндәре бар, белмәгән-күрмәгәндәре лә байтаҡ. Донъя бит, бер мөһим мәсьәләне хәл итер өсөн ҡасабаға юлландым.
Кәрәкле ойошмала йомошомдо йомошлар кешене таптым. Минең фамилиямды уҡығас та, уның йөҙөн ҡара болот ҡапланымы ни!
– Беҙҙә ошо фамилиялы кеше эшләп киткәйне. Һеҙгә ул нәҫелме? – тине ҡоро ғына. Уның йөҙөнә, тауышына ҡарағанда, “нәҫелемдең” ниндәй кеше булғанын аңлауы ауыр түгел ине.
– Дәә, бер коллективта эшләүе еңел булманы уның менән, кеше күңеле менән дә иҫәпләшмәне, – тип өҫтәне.
– Беҙ уның менән бер фамилияны йөрөтөүселәр генә, ҡәр-ҙәшлегебеҙ юҡ, – тинем мин аҡланып. Уңайһыҙланып ни ҡылырға белмәнем.
Яңы танышым миңә һынаулы ҡарашын ташланы ла башҡаса өндәшмәне.
Бына күс инде ир фамилияһына! Лутсы, үҙем-декендә ҡалһам...
Икенсе юлы ла “фамилия мажараһына” тарырға тура килде. Яҡындарыбыҙҙың туй мәжлесендә яңы ғына туғанлашҡан ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән шау-гөр киләбеҙ. Бына беҙҙе таныштырыр мәл етте.
– Фәлән Фәләновтар, – тигәс, ҡыҙмаса булып алған бер ҡоҙа, күҙҙәрен ҡыҫа биреп беҙгә төбәлде:
– Әллә һеҙ шунса-шунса кешенең ту-ғандарымы? – Беҙ ауыҙҙы асырға ла өлгөрмәнек, теге ҡоҙа тейеш кеше теҙеп алып китмәһенме!
Имеш, улар күрше генә йәшәгән. Бик ҡаты, бәйләнсек, күҙеңде сығарырлыҡ итеп әй-тергә яратҡан икән беҙҙең “нәҫелебеҙ”. Теге ваҡытты иҫкә төшөрөп, шул бер үк кеше хаҡында һүҙ барғанын шәйләп:
– Ул беҙгә нәҫел түгел, ауылыбыҙҙың яр-тыһы бер үк фамилия йөрөтә, – тип әйтеп ҡотолдом. Шулай ҙа мәжлес бөткәнсе теге ҡоҙа әле бер, әле икенсе яҡтан килеп, элекке күршеһен “маҡтаны”...
Минира БИКӘНӘСОВА.
Читайте нас: