Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль 2019, 16:19

Өләсәйҙәр каникулы

Уҡыусылар шатланалар, Башланды каникулдар, Каникулда өләсәйгә Илтәләр барлыҡ юлдар.

Өләсәйҙәр ҙә көтәләр
Ейән-ейәнсәрҙәрҙе,
Тәмлекәстәр бешерәләр
Ташлап башҡа эштәрҙе.
Балаларға-ял мәлдәре,
Өләсәйҙәр йүгерә,
Ошо йүгереп йөрөүҙә
Бар донъя йәмен күрә.
Тормош һабаҡтарын бирә
Баланың балаһына,
Үҙе уларҙан өйрәнә
Яңы заң талабына.
Өләсәйҙәр йәшәрәләр
Ейәнкәйҙәр килгәндә,
Бер йөрөгән һуҡмаҡтарҙан
Өсөнсө ҡат үткәндә...
Фәүзиә Ҡотлогилдина – АЛТЫНБИКӘ.
Читайте нас: