Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль 2019, 14:46

Рэп һөйлә һәм 5 мең һум – һинеке

Рэп һөйлә һәм 5 мең һум – һинекеСтәрлетамаҡ үҙәк китапханаһы рэп һөйләргә теләүселәр араһында баттл (ярыш) ойоштора. Уйында һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Үҙәк ҡала китапханаһы яңы бәйге башланыу һәм ғаризалар ҡабул итеү һәм 5 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк әҙерләү тураһында хәбәр итте. Конкурс барышында еңеүселәрҙе әйтеш һөҙөмтәһе буйынса һайлап аласаҡтар, һөйләнәсәк текстар алдан әҙерләнеп, минутына 120-140 диа-пазоны буйынса алдан һайланған битҡа ярашлы уҡылырға тейеш. Тексты уҡығанда ритмдан башҡа шағирҙың ижады һәм биографияһынан сығып тексты дөрөҫ итеп теҙөү ҙә баһаланасаҡ.
Үҙегеҙҙе замана сәсәне тип тойһағыҙ, белешмә өсөн телефон: 8 999 623 15 29 (Кристина).
Читайте нас: