Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль 2019, 16:34

Йылы икмәк һәм күңел йылыһы

“Стерх” магазиндары селтәрендә икмәк алмаған кеше юҡтыр. Ҡасан ғына инмә, унда һәр саҡ әле генә мейестән сыҡҡан йылы икмәк тәҡдим итәләр. Әммә был магазиндар йылы әпәкәй генә түгел, һатыусыларҙың күңел йылыһы менән дә арбап тора.

Стәрлетамаҡ икмәк комбинатының Тыныслыҡ урамын-да урынлашҡан магазины был йәһәттән айырыуса иғтибарға лайыҡ. Унда эшләүсе һатыусылар менән аралашыу үҙе үк кешеләрҙе магазинға саҡырып тора. Йылмайып, иҫәнләшеп, оло кешеләрҙең хәлдәрен һорашып, кәңәштәрен дә йәлләмәгән һатыусылар янына нисек бармайһың...
Шул уҡ ваҡытта һатыу эше – еңелдән түгел, исеме билдәле селтәрҙең абруйын һаҡлау етди талаптар ҡуя, әммә әлеге магазин хеҙмәткәрҙәре был талаптарҙы лайыҡлы үтәй. Бөтә нәмә үҙ урынында, яңы, тәмле еҫ борҡоп тора, таҙалыҡ күҙҙе сағылдыра. Шуға яратҡан икмәгеңде, тортыңды йәки ҡаласты кәштәнән күҙ йомоп барып табырға була. Ғөмүмән, йылы икмәк тә, күңел йылыһы ла мул бында!
Р.ӘРМЕТОВ.
Э. ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: