Ҡала хакимиәтенә Күн-аяҡ кейемдәре заводы яҙмышы тураһында белергә теләп мөрәжәғәт итеүселәр бар. Был һорауға ҡала хакимиәтенең сәнәғәт, транспорт һәм элемтә бүлеге баш белгесе Любовь Собачкина яуап бирә. Фотоһүрәттән күренеүенсә, был – элекке «Стәрлетамаҡ күн-аяҡ кейемдәре заводы» предприятиеһы. Әлеге ваҡытта завод эшләмәй. Уның бер өлөшө буш тора, ә ҡайһы бер майҙандарында хәҙер «Башпласт» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте урынлашҡан. Бина – хосуси милексе ҡулында.
Шулай уҡ Строймаш ҡасабаһы территорияһын йыйыштырыуға ҡа-ғылышлы һорауға ла яуап бар. Был территория ҡалаға ҡарай. «УРБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә уны йыйыштырыу (таҙартыу) өсөн наряд-заказ ебәрелгән.
Тағы бер мөрәжәғәтте ҡарайыҡ. Һорау Патриотик урамындағы, 102-се йорттоң торошона ҡағыла. Фотоһүрәттән күренеүенсә, йорттоң бер яҡ ситендә керамик кирбестән эшләнгән йөҙлөгө аҡтарыла башлаған. Был хәл хәүеф тыуҙыра.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегенең капиталь ремонт секторы мөдире Наталья Холина аңлатыуынса, был хәл архитектура ҡоролмаһының аҫҡы ҡаты ҡатлау-ҡатлау булып ҡубыу (төпкә ултырыу) арҡаһында килеп сыҡҡан. Йортто хәүефһеҙ фай-ҙаланыу маҡсатында, был ҡоролма һүтеп алынған. Элегерәк йорттоң башҡа урындарында ла ошондай ҡубып сыҡҡан осраҡтар булған. Сатнаған урындарҙы ваҡытында һылап (штукатурлап) ҡуй-ғандар.
Күренеүенсә, ҡалала йәшәүсе граж-дандарҙы борсоған һорауҙар яуапһыҙ ҡалмай. Йәғни, социаль селтәрҙәрҙә ябай кешеләр яҙған мәсьәләләргә етәкселәр тиҙ иғтибар итә. Шуға күрә, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләр менән мөрәжәғәт итегеҙ – ҡала етәкселеге һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер!