Наркотиктарҙы почта аша ҡайтартыусы ҡулға алынған, әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Билдәләнеүенсә, ул матдәләрҙе интернеттан заказ аша ҡайтартҡан.
Әйткәндәй, ошондай уҡ операция таможнясылар тарафынан июнь айында ла үткәрелгән. Ул саҡта йәнә Голландиянан килгән 6,2 килограмм наркотик, шул иҫәптән әфиүнлы 4,5 килограмм “үлем” тартып алынған.
Был тиклем күләмдәге наркотиктар 2500 доза яһарға етә, тип билдәләй белгестәр. Аҡсаға әйләндергәндә, 5 миллион һумлыҡ тауар. Ә күпме үлем, ҡыйралған яҙмыштар...