Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Август 2019, 20:31

Йәштәр өсөн патриотик лагерь

Йәштәр өсөн патриотик лагерь Рәсәй Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы илдең төрлө төбәктәренән студенттар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары, этнокультура берләшмәләре лидерҙарын йәнә III Бөтә Рәсәй патриотик милләт-ара «Быуын» лагерында осрашыуға саҡыра.

Мәскәү өлкәһендә өсөнсө йыл рәттән уҙғарылып килгән сара быйыл 16-21 октябрҙә уҙғарыласаҡ.
Унда ҡатнашыусыларҙы үҙҙәренең уңыштары менән уртаҡлашыусы ҡыҙыҡлы кешеләр: сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, артистар, музыканттар, яҙыусылар менән осрашыуҙар көтә, шулай уҡ актерлыҡ оҫталығына, ораторлыҡ сәнғәтенә, публика алдында сығыш яһау серҙәренә өйрәтеүсе оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Бында балалар профессиональ режиссерҙар, продюсерҙар, операторҙар етәкселегендә милләт-ара тематика буйынса социаль роликтар булдырырға өйрәнәсәк һәм улар артабан төбәк телеканалдарында трансляцияланасаҡ.
Уҡыу программаһына шулай уҡ команда ойоштороу, эшлекле уйындар, спорт саралары, экскурсиялар буйынса ғәмәли дәрестәр инә.
Һәр кис Рәсәйҙең төрлө халыҡтары мәҙәниәте һәм традициялары менән танышыуға арналасаҡ. Ҡатнашыуылар үҙ туған телендә йырҙар йырлаясаҡ, үҙ милләтенең бейеүҙәрен башҡарасаҡ.
«Быуын» лагеренда милли айырмалыҡтар көнәркәшлек түгел, ә диалог һәм берләшеү өсөн нигеҙ майҙаны булып тора. Бындай махсуслаштырылған сменаларҙың төп һөҙөмтәһе шунда, балалар лагерь эше бөткәндән һуң да аралашыуын дауам итә, бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, бергәләп социаль проекттарҙы тормошҡа ашыра», ти Рәсәй ФАДН етәксеһе Игорь Баринов.
Лагерь ҙур концерт һәм иң шәп ҡыҫҡа метражлы фильм авторҙарын бүләкләү менән тамамланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Мәскәү яны лагерына Рәсәйҙең 73 төбәгенән һәм күрше республикаларҙан (Әрмәнстан, Белоруссия, Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Молдова, Үзбәкстан, Абхазия) йәмғеһе 150 кеше – студенттар, йәштәр һәм йәмәғәт ойошмалары, этнокультура ойошмалары лидерҙары килгәйне.
Уларға «Ғәҙел Рәсәй» сәйәси партияһы рәйесе Сергей Миронов, Дәүләт Думаһы депутаты Отари Аршба, олимпия чемпиондары, билдәле актерҙар һәм тележурналистар менән аралашырға форсат тейҙе.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас: