Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Август 2019, 15:28

1224 эш урыны

1224 эш урыныБашҡортостандың махсус иҡтисади зонаһында 1224 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Был һан Радий Хәбиров рәйеслегендәге инвестицион комитет ултырышында яңғыраны. Әлеге иҡтисади зона Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары сигендә булдырыла. Әле һүҙ проекттың беренсе этабы тураһында бара.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Илшат Тажетдинов хәбәр итеүенсә, таможня пошлиналарынан һәм һалымдарҙан азат ителгән биләмә 462 гектар участкаға урынлаштырыла. Әле унда өҫтәмә рәүештә электр биреү, газ һәм һыу менән тәьмин итеү линияларын, автомобиль һәм тимер юлы селтәрен төҙөргә кәрәк.
Махсус иҡтисади зонала дөйөм күләмдә 24 миллиард һумлыҡ капитал һалынған 7 предприятие урынлаштырырға ниәтләйҙәр.
Артабан был производстволар уңышлы ғына эшләп киткән хәлдә, бюджет һалым суммаһы рәүешендә йыл һайын 53 миллиард һум аласаҡ. Потенциаль резиденттар иҫәбендә – светодиод продукцияһы етештереүсе «БК Технолоджи» компанияһы. Ошо көндәрҙә компания етәкселеге менән республика Хөкүмәте етәкселеге араһында инвестпроектты тормошҡа ашырыуҙы ниәтләү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: