Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Август 2019, 16:05

ҺУҠА БАБАЙ СИТКӘ КИТ, БЛОГЕР КИЛӘ

ҺУҠА БАБАЙ СИТКӘ КИТ, БЛОГЕР КИЛӘТекә спорт машиналары һатып алып ҡына түгел, дүртенсе тиҫтәһен тултырған СССР машиналарында ла елдерергә ярата беҙҙең халыҡ. Рәсәй ЮХХДИ идараһында ведомство үткәргән социологик һорау алыуҙа 19 мең кеше ҡатнашҡан, уның һөҙөмтәләре буйынса һәр 20-се автоһәүәҫкәр тиҙлекте арттырып йөрөргә ярата. Юғары тиҙлек наркотик менән тиң тиҙәр, уға ҡаршы дауа бармы һуң?

Юғары тиҙлектә ҡолаҡ төбөнән һыҙғырып үтеп киткән автомобиль йә мотоциклды һәр беребеҙ күргәне барҙыр. Йөрәкте тотоп оҙатып ҡалған саҡтар ҙа юҡ түгел. Ә юғары тиҙлектә тимер аттарын ҡыуған кешеләр башҡа хәрәкәт итеүселәрҙе һанға ла һуҡмай, киреһенсә, уларҙы ниндәй ҙә бер уйындағы кеүек урап үтеп китеү объекты итеп күрә. Ул ғына ла түгел, тиҙлек арттырыуҙар, патруль машиналарынан ҡасыуҙы онлайн трансляция яһап экшенға әйләндереү модаға инеп китте бит. Хайп йәки йәмғиәтте үҙенә йәлеп итеп, интернет селтәрҙәрендәге шәхси аккаунттарының популярлығын арттырыу өсөн ошондай сиккә лә етәләр. Ә водитель танытмаһын юғалтыуҙан ҡурҡмайҙармы һуң, тип һорарһығыҙ. Ҡурҡмайҙар, сөнки уларҙа ундай танытма булғаны ла юҡ. Ә штраф? Текә машина һатып алған кешегә штраф түләү әллә ни түгел, ярар бер тапҡыр ресторанға инмәҫ.
Бына күптән түгел генә инстаграмда үҙенең блогын алып барыусы йәш ҡыҙ Audi машинаһында төнгө Өфө урамдары буйлап ихлас елдереп йөрөнө, хатта патруль машиналары ла ҡыуып етә алмай ыҙаланы. Баҡтиһәң, ҡыҙ, әхирәттәре менән төнгө клубтарҙа гөрләтеп ялҡҡас, иҫерек килеш машина йөрөтөп күрһәтергә була. Блогер булғас, бар аҙымын да фото һәм онлайн видео трансляция аша теркәп бара, әлбиттә, бындай упҡын ситендә бейеү күптәрҙең иғтибарын йәлеп иткән. Аллаға шөкөр, блогҡа яҙылыусылар араһында аңлылар етерлектер, тап уларҙың ЮХХДИ идаралығына шылтыратыуы ҡыҙҙы тоторға ярҙам иткән. Бына бит ниндәй “экшн”!.. Ут һәм атыш ҡына етмәй, тик иҫке машинала эшкә китеп барған оло кеше генә был “текә” сериалды туҡтатты, ҡыҙҙар уға килеп төкәлде!
Эйе, боевик һымаҡ, тик каскадерҙар ғына юҡ, шулай ҙа был ваҡиға ысынлап та кино булһа, мин шундай сценарий яҙыр инем: медицина өлкәһендә эшләргә йәштәр етмәй тиҙәр, был ҡыҙҙы “ашығыс ярҙам” машинаһы руле артына ултыртҡанда нисек булыр ине икән?
Кем нисек елдерә һуң әле? Үҙ машинамды ҡалдырып, күрше ҡарт менән “Нива”һында кеше үтә алмаҫлыҡ урынға балыҡҡа барырға булдыҡ. Эх, тәбиғәт матур, тик юлдар ғына соҡор-саҡыр, бер урында яңы ғына шыма асфальт һалғандар, ҡарт ни «40» тигән билдәгә лә иҫе китмәй, рәхәтләнеп 60 менән китеп бара. Шул мәл ҡара-аҡ һыҙыҡлы таяҡ күтәреп инспектор килеп сыҡмаһынмы. ”Давай бабай права, оформлять будем”, – тигән һүҙҙәр ишетеп, Фәрит бабай протокол төҙөргә патруль машинаһына үҙе үк инеп ултырҙы. Тәртипле бит әле, совет заманы балаһы.
– Законда фәлән аҡ ҡағыҙға ҡара менән яҙылған, ни ҡылаһың... Пенсиянан муллаға ла хәйер, дәүләткә лә, ярар ҙа яртыһын түләп ҡотолорға була бит, – тине ул протоколын тотоп килеп ултырғас.
Статистика тигән һүҙ шундай ул: бына бит, сәғәтенә 60 километр тиҙлек менән барған да, 200-гә еткергән дә “елдереүсе”, закон боҙоусы. Әлеге лә баяғы, һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың да бит 18,3 проценты ҡоро һауа шарттары булғанда тиҙлекте арттырырға яратыуын әйткән, шулай уҡ 15,39 процент ҡала ситендәге трассаларҙа тиҙлекте арттырырға мөмкин тип иҫәпләй. Бынан тыш, һәр унынсы машина йөрөтөүсе тиҙлеген ашыҡҡанға күрә арттырыуын һөйләгән, ә һәр егерменсе водитель, ғөмүмән, юғары тиҙлек менән йөрөргә яратыуын белдергән. Ҡағиҙәләрҙе боҙмаусылар ҙа юҡ түгел, һорауҙарға яуап биреүселәрҙең 49,76 проценты тиҙлек арттырыу менән шаярмай.
Бер яҡтан тәртипле автоһә-үәҫкәрҙәребеҙ булһа, икенсе яҡтан тәгәрмәстәрен ергә тигеҙмәй елде-реүсе “шумахерҙар” ҙа етерлек. Ә дауаһы һуң ниндәй? Дауаһы инде үҙебеҙҙең ҡулда, иғтибарлыҡ күп бәләләрҙән һаҡланырға ярҙам итә. Юлда бит иҫереге лә, яңы ғына рулгә ултырғаны ла, ҡыҙыҡ табыусы блогеры ла тап булыуы мөмкин...
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: