Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге вәкиле Оксана Ласточкина ауыл хужалығы өлкәһен өйрәнә. Йәш ғалимә үҫемлектәрҙең сирҙәргә һәм дымлылыҡ етешмәүгә бирешмәүсәнлеген тикшерә. БашДУ-нан Вячеслав Цветков үҫемлектәрҙә ауырыу барлыҡҡа килтереүсе зыянлы бөжәктәрҙең һәм микроорганизмдарҙың бөтә нескәлектәрен асыҡлай. Рәсәй Фәндәр академияһының металдарҙың үтә һығылмалылыҡ проб-лемалары институты докторы Елена Корзникова иһә ҡаты материалда көсөргәнешле тәьҫир һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән кәмселектәрҙе өйрәнеп, бер миллионлыҡ грант алды. Уның тикшеренеүҙәренең төп маҡсаты – материалдың структураһы менән идара итергә форсат бирерҙәй белем алыу. Ә бына ӨДАТУ-нан фән кандидаты Вячеслав Вавилов самолеттар өсөн ҡулланыла торған заманса электр двигателе һәм генератор өҫтөндә эшләй. ӨДАТУ-нан фән докторы Камил Рамаҙанов авиация сәнәғәтендә ҡулланылған металл киҫеүсе ҡоралдарҙың ныҡлылығын яҡшыртыу проблемаһын хәл итергә тырыша. БашДУ-ан фән кандидаты Ольга Абрамова үҙенең хеҙмәтен биохимик процестар эшенә арнаған. 600 мең һумдан алып 1 миллион һумға тиклем күләмдәге гранттар ғалимдарға үҙҙәренең проекттарын һәм тикшереүҙәрен артабан үҫтереү өсөн бүленгән. Аҡсалар ике йыл эсендә үҙләштерелергә тейеш.