«Көҙгө осорҙа юлдың ҡайһы бер урындарында хәүефле боҙлауыҡ булыуы мөмкин, шуға күрә водителдәргә идара итеүҙе юғалтмаҫ өсөн тиҙлекте кәметергә һәм арауыҡты һаҡларға кәрәк», — тип иҫкә төшөрҙөләр баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһында.
Бынан алда «Башинформ» Граждандарҙы яҡлау идаралығында авомобиль хужаларына машиналарының тәгәрмәстәрен алмаштырырға тәҡдим итеүҙәре тураһында хәбәр иткәйне. Бындай кәңәштәр Дим юлында 12 транспорт бәрелешкәндән һуң бирелде.
Үлемесле юл-транспорт ваҡиғаларының йыш теркәлгән сәбәптәре һәм уларҙы булдырмау тураһында беҙҙең лонгридта уҡығыҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1358911-v-ufe-na-mostakh-ustanovili-novye-znaki-ogranicheniya-skorosti-/