Эштәр рус (БДБ илдәре өсөн), инглиз һәм ғәрәп телдәрендә ҡабул ителә. Премияның приз фонды: беренсе урын — 50 000 доллар, икенсе урын — 25 000 доллар. Эштәрҙе 2019 йылдың 15 ноябренә тиклем тапшырырға мөмкин. Ғариза бирелгән мәлгә эштәр баҫылып сыҡҡан йәки киң публикаға күрһәтелгән булырға тейеш. Эштәрҙән тыш, ғаризала авторҙың исем-шәрифен, эш урынын (фрилансерҙар ҙа ҡатнаша ала) һәм бәйләнеш өсөн мәғлүмәтте яҙырға кәрәк. Электрон адрес:
[email protected].