Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2019, 14:42

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре артыҡ икән

Дәүләт хеҙмәткәрҙәре артыҡ икән2020 йылда федераль органдарҙың үҙәк аппараттарында хеҙмәткәрҙәр һаны – 10 процент-ҡа, территориаль органдар һаны 5 процентҡа ҡыҫҡартыласаҡ.

2020 йылдан Рәсәйҙә дәүләт идараһы өлкәһендә реформа башлана. Уның һөҙөмтәһендә дәүләт хеҙмәткәрҙәренең һанын кәметәсәктәр һәм ҡалғандарының хеҙмәт хаҡын арттырасаҡтар. Был турала РИА Новости финанс министрының беренсе урынбаҫары Татьяна Нестеренкоға һылтанма менән хәбәр итә.
Уның һүҙҙәренсә, киреһенсә булған осраҡта, түрәләрҙең хеҙмәт хаҡы киләсәктә инфляция дәрәжәһендә генә индексацияланасаҡ. Сөнки барлыҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәренә хеҙмәт хаҡы күләмен конкурентлыҡ дәрәжәһенә ҡәҙәр арттырыу өсөн бюджетта йылына 100 млрд. һум эҙләргә тура киләсәк.
«Әгәр планлаштырылған ҡыҫҡартыуҙы үткәрмәһәң, дәүләт хеҙмәтендә хеҙмәт хаҡының конкурентлыҡ дәрәжәһенә ирешә алмаясаҡбыҙ», –тигән Татьяна Нестеренко.
Финанс министрлығы дәүләт аппаратын ике этапта ҡыҫҡартыуҙы планлаштыра. Беренсеһе автоматик рәүештә буласаҡ. Әйтәйек, федераль башҡарма власть органдарының үҙәк аппараттары һаны 2020 йылда – 10 процентҡа, территориаль органдар 5 процентҡа ҡыҫҡартыласаҡ. 2021 йылда был күрһәткес төбәктәрҙә 15 процент тәшкил итәсәк.
Икенсе этапта министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың территориаль органдарын эреләтеү, юридик шәхес статусынан һәм бүлексәләрҙән башҡа филиалдарға үҙгәртеү планлаштырыла.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Читайте нас: