Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2019, 14:46

Ерҙе үҙеңдеке иткең килһә…

Ерҙе үҙеңдеке иткең килһә…Илдә комплекслы кадастр эштәрен үткәреү тәртибе ябайлаштырыла. Рәсәйлеләр 15 йылдан артыҡ тотонған ерҙәрен законлаштыра ала.

16 сентябрҙә “Кадастр эшмәкәрлеге” һәм “Милекте берҙәм дәүләт теркәүе тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерелде. Үҙгәрештәр заказсылары муниципаль власть булған комплекслы кадастр эштәрен үткәреү процедураһын ябайлаштыра. Федераль закон фактик майҙаны Милекте берҙәм дәүләт реестрында күрһәтелгән майҙанға тап килмәгән участкаларҙың сиктәрен билдәләү тәртибен маҡсат итеп ҡуя.
Комплекслы кадастр эштәре барышында мәғлүмәттәрҙе йыйыу һәм анализлау сиктәрҙең киҫешеү осраҡтарын күрергә, ә ерҙе үҙаллы үҙләштергән осраҡтарҙа йәки реестр хаталанғанда, хаталарҙы төҙәтергә булышлыҡ итәсәк. Һуңғыһы йәки баҡсасыларҙың шәхси участкаларын һәм дөйөм файҙаланыу ерҙәрен законға ярашлы кадастр иҫәбенә ҡуя алмау айырыуса таралған.
Федераль кадастр палатаһы белгестәре фекеренсә, комплекслы кадастр эштәрен үткәреүҙең ябай-лаштырылған процедураһы, нигеҙҙә, ер участкалары хужалары өсөн уңайлы. Үҙгәрештәрҙең береһе комплекслы кадастр эштәрен үткәргәндә майҙаны артыҡ булһа ла, фактик ҡулланған ерҙе законлаштырыу мөмкинлеге бирә.
Быны ерҙе 15 йылдан артыҡ ҡулланғанда ғына эшләп була. Әммә “артыҡ участка” урындағы хакимиәт ҡуйған минималь участка күләменән 10 проценттан артмаҫҡа тейеш.
“Граждандарҙың ҡулланған участ-каларҙы рәсми теркәргә, аҙаҡ ерҙе ҡулланырға мөмкинлектәре бар. Әгәр урындағы властар заказы буйынса ҡулланылған ерҙең комплекслы кадастр эштәре ваҡытында милекте берҙәм дәүләт теркәү мәғлүмәттәрендәгенән артығыраҡ булыуы асыҡланһа, барлыҡ критерийҙарын һаҡлап, айырмаһын законлаштырырға була. Ләкин шуныһы мөһим – төҙәтмәләргә үҙеңдең ер участкалары майҙанын тиҙерәк арттырыу мөмкинлеге тип ҡарамаҫҡа кәрәк. Закон булған участкаларҙы билдәләүгә һәм йылдар һуҙымында сиктәре билдәләнмәгән ерҙе ҡулланған милекселәрҙең хоҡуғын яҡлауға йүнәлдерелгән”, – ти Федераль кадастр палатаһы башлығы урынбаҫары Марина Семенова.
Комплекслы кадастр эштәре ер участкаларының, биналар, ҡорамалдар, тамамланмаған төҙөлөш объекттарының сиктәрен билдәләү өсөн үткәрелә. Бынан тыш улар биналар урынлашҡан ер участкаларын күҙ алдына килтереү һәм реестр хаталарын төҙәтеү өсөн кәрәк.
Бындай эштәр үткәреү тураһында мәғлүмәт рәсми баҫмаларҙа баҫыла, шулай уҡ дәүләт власы органдары йәки урындағы үҙидара сайттарында әлеге эштәрҙе үтәүгә контракт төҙөлгәндән һуң 10 көн дауамында урын ала. Бынан тыш кадастр инженеры объект урынлашҡан билдәле бер кадастр кварталында эш башланыу тураһында милек реестрындағы мәғлүмәттәргә таянып, электрон почтаға йәки ябай почтаға хәбәр итергә тейеш. Марина Семенова белдереүенсә, ер участкалары һәм биналар, ҡорамалдар, тамамланмаған объекттар тураһында комплекслы кадастр эштәре һөҙөмтәһендә алынған белешмә Милекте берҙәм дәүләт тер-кәү реестрына индерелгәс, бындай объ-екттары булған кешеләргә эштәрҙе үҙ иҫәбенә үткәрергә тура килмәйәсәк. Ул ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә үткәрелә. Бынан тыш 150-ФЗ көсөнә инеү менән, эштәрҙе биләмәләр проектын раҫламайынса ла үткәрергә мөмкин буласаҡ (РФ Ҡала төҙөлөшө кодексына ярашлы, бындай проекты иҫбатлау кәрәкмәһә).
Заказсылар техник паспорт, баһалау һәм башҡа эштә кәрәкле документтарҙы файҙалана ала. Был сара өҫтәмә сығымдар ҡулланмаҫҡа һәм урындағы ҡаҙнаны экономияларға булышлыҡ итәсәк.
“Дәүләт власы органдары йәки урындағы үҙидара заказы буйынса комплекслы кадастр эштәре үткәреү ер бәхәстәре һанын кәметәсәк, ғәҙел һалым түләүҙәрҙе тәьмин итәсәк. Шулай итеп, Федерация субъекттары составында төрлө биләмәләр менән идара итеү баһаһы күтәреләсәк, – тип тә белдерә Федераль кадастр палатаһы башлығы урынбаҫары.
Р. ҒӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас: