Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Сентябрь 2019, 12:37

Паспорт та хәҙер электрон

Паспорт та хәҙер электронРәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы оҙаҡламай электрон паспортҡа күсеү проектын ғәмәлгә индерәсәк.

Был турала министр урынбаҫары Олег Пак РФ Дәүләт Думаһында үткәрелгән электрон ҡултамға механизмын камиллаштырыуға арналған парламент тыңлауҙарында хәбәр итте.
– Ҡағыҙ паспорттарҙан электронға күсеү оҙаҡ ҡына ваҡыт талап итә. Шуға ҡарамаҫтан, ведомствола был эште башларға тәүәккәлләнеләр һәм оҙаҡламай проектҡа тотонасаҡтар, – ти министр урынбаҫары. – Әммә бөтә кешеләрҙе бер юлы электрон паспортҡа күсереү мөмкин түгел, был процесс оҙаҡ йылдарға һуҙылыуы ихтимал.
Шулай итеп, 2020 йылда электрон паспорт-тарға күсә башларға мөмкин буласаҡ.
Ф. ҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: