Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Общие статьи
1 Октябрь 2019, 16:12

Көҙгө саҡырылыш-2019: Башҡортостандан 5 мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә оҙатыла

Көҙгө саҡырылыш-2019: Башҡортостандан 5 мең самаһы егет хәрби хеҙмәткә оҙатылаБыйыл көҙ Башҡортостандан 5 меңгә яҡын егет Рәсәй армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, тип хәбәр итте республиканың хәрби комиссары Игорь Харченко.

Бөгөн Кремль сайтында Рәсәй президенты Владимир Путиндың указы баҫылды, уға ярашлы 2019 йылдың октябрь-декабрь айҙарында илдән 132 мең кеше хәри хеҙмәткә алына. Уларҙың 5 меңгә яҡыны – Башҡортостандан.
«Бөгөн көҙгө саҡырылышҡа старт бирелде. Быйыл көҙ саҡырылғандарҙың күбеһе Көнбайыш хәрби округына оҙатыла, — тип хәбәр итте журналистарға Башҡортостандың хәрби комиссары Игорь Харченко. — Республиканың саҡырыу пункты эшкә әҙер. Тәү сиратта, яҙ көнө оҙатылмаған егеттәр саҡырыла. Тәүге оҙатыу 24 октябргә билдәләнгән».
Уның һүҙҙәренсә, быйыл көҙ саҡырылғандарҙың 3 меңгә яҡыны ҡоро ер ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә ебәрелә.
Читайте нас