Оло йәштәгеләр тураһында хәстәрлек күреү – беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙың да бурысы һәм ул хәстәрлек йылына бер тапҡыр ғына түгел, ә көндәлек тормошобоҙҙағы изге ғәмәлгә әйләнергә тейеш.
Өлкән быуын – беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, юғары әхлаҡи ҡиммәттәрҙең лайыҡлы өлгөһө, зирәк аҡыл һәм изгелек сығанағы.
Айырыуса рәхмәт һүҙҙәрен беҙгә Еңеү яулау өсөн фронтта һәм тылда йән аямай көрәшкән хөрмәтле ветерандарыбыҙға әйтергә теләйем. Һеҙҙе хаҡлы рәүештә еңеүселәр быуыны тип йөрөтәләр.
Бөтә йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон бәхетле ғүмер һәм күңел күтәренкелеге теләйем. Туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙҙың һөйөүенә, иғтибарына һәм ихтирамына сорналып йәшәгеҙ әйҙә!
Ихтирам менән, Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.