Беренсе урынды Приморье крайы яуланы, икенселә — Һамар өлкәһе, өсөнсөлә — Мәскәү өлкәһе.
Медиарейтинг федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт сараларында телгә алыу нигеҙендә төҙөлә.
Төҙөгәндә Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы күрһәткестәре баһалана.
Медиарейтинг төбәктәрҙе инвестиция һәм эшлекле мөхитте яҡшыртыуҙағы уңыштарын асыҡ яҡтыртыуға дәртләндереү өсөн булдырылған. Был эш, тәү сиратта, урындағы эшҡыуарҙарға, шулай уҡ инвесторҙарға йүнәлтелергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың март рейтингы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан алтынсы урында ине.