«Мин шатланып килдем. Өфө тарихы музейын асыуҙарын күптән көттөм. Һәр ҡалала бар, ә беҙҙә юҡ ине. Ниһайәт, баш ҡаланың үҙәк, тарихи урамында ошондай музей барлыҡҡа килде, был – ҡалабыҙҙың йөрәге, — тине Әлфиә Мостай ҡыҙы. — Музейға нимә бүләк итергә икән тип уйланым. Папкала атайымдың 1985 йылдың 1 ғинуарында Малеевкалағы ижад йортонда яҙған шиғырҙарының ҡулъяҙмаһын таптым».
Быйыл баҫылып сыҡҡан һәм Өфө ҡалаһы мэрҙарының береһе Михаил Зайцевҡа бағышланған «Йәләлетдин олатай» китабының да музейҙа лайыҡлы урын биләйәсәгенә шик юҡ. Әлфиә Мостай ҡыҙы китапҡа ҡултамғаһын ҡуйҙы һәм музей китабында үҙенең теләктәрен яҙып ҡалдырҙы.
«Иң мөһим теләк шул: Өфө ҡалаһы музейы үҫешһен, ҡайнап торған тормош менән йәшәһен, халыҡ — өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары күпләп килһен», — тип уҡып ишеттерҙе ул яңы музейға мөрәжәғәтен.
Әлфиә Мостай ҡыҙына музейҙың логотибы төшөрөлгән ҡара ҡулсатыр килтерҙеләр һәм шуның аҫтында иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
«Мостай Кәрим һәр саҡ алда, йәмәғәтселек фекере лидеры, Өфөнөң почетлы гражданы булды. Бөгөн һеҙ музейыбыҙ йәшәүен дауам итһен өсөн баш ҡаланың билдәле кешеләренә ҙур өлгө күрһәттегеҙ», — тине Өфө вице-мэры Алина Сөләймәнова.
Ошо ваҡиға өсөн махсус рәүештә балалар китапханаларының үҙәкләштерелгән системаһы Мостай Кәримдең китаптары күргәҙмәһен әҙерләп күрһәтте. Өфө мәктәптәре уҡыусылары әҙәби композиция менән сығыш яһаны. Бөтәһенә лә музей буйлап экскурсия үткәрелде.