Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Октябрь 2019, 16:17

Өфөлә "Мостай уҡыуҙары" тигән фәнни-ғәмәли конференция башланды

Өфөлә "Мостай уҡыуҙары" тигән фәнни-ғәмәли конференция башландыУл халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Ғалимдар, әҙәбиәт белгестәре Мостай Кәрим ижаданың донъя әҙәбиәтенә индергән өлөшөнә баһалай.

Ҡаҙағстандың Милли академия китапханаһының сәнәғәт секторы етәксеһе Исаҡ Алуа әйтеүенсә, “Мостай Кәрим – беҙҙең өсөн яҡын әҙип. Уның әҫәрҙәре ҡаҙаҡ теленә тәржемә ителде. Театрыбыҙҙа “Ай тотолған төндә” спектакле ҡуйыла”.
Ҡырым-татар республикаһы директоры Гөлнара Ягьяева фондта әҙиптең әҫәрҙәре һаҡланыуын, уның шиғриәтен яратып уҡыуҙарын белдерҙе.
Фәнни-ғәмәли кәңәшмәлә Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Украина, Рәсәй төбәктәре ғалимдары, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша.
Читайте нас: