Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 21:02

ҠАҒЫҘ МӘШӘҠӘТЕ

ҠАҒЫҘ МӘШӘҠӘТЕ Педагогтарҙың эш ваҡытының яртыһы отчет тултырыуға китә«Берҙәм Рәсәй» партияһы РФ Мәғариф министрлығына уҡытыусылар өсөн отчет формаларын, шулай уҡ күҙәтеү сараларын ябайлаштырырға һәм ҡыҫҡартырға, шул иҫәптән электрон һәм яҙма документтарҙы күсереүҙе кәметергә тәҡдим иткән.

Бындай тәҡдим партияның “Кеше именлеге” дискуссия май-ҙанында “Бюрократияға ҡаршы уҡытыусы инициативаһы” темаһы на ултырыш һөҙөмтәләре буйынса резолюцияға индерелгән.
“Уҡытыусыларҙың күпселеге үҙ эштәрендә иң төп проблемаларҙың береһе – төрлө отчеттар, анкеталар һәм башҡа документтар төҙөү тип билдәләй. Был беҙҙең уҡытыусыларҙың башына төшкән сикһеҙ ҡағыҙ мәшәкәте”, – тип белдергән партияның Генсовет секретары урынбаҫары, Дәүләт Думаһы депутаты Евгений Ревенко.
Дискуссияла ҡатнашыусылар бөтә ил буйынса уҡытыусылар өсөн берҙәм мотлаҡ отчет документтар теҙмәһен булдырыу зарур, тип билдәләй. Ул теҙмәгә уҡыусыларҙың өлгәше (электрон көндәлек һәм журнал булдырыу), дәрес планы (дәрестең технологик картаһы) һәм уҡыу программаһы (дәрестең календар-тематик планы) инә. Бынан тыш, Мәғариф министрлығына отчеттарҙың иҫәбен һәм формаларын кәметергә ҡушҡандар. “Яңы мәктәп” партия проектының координаторы Алена Аршинова аңлатыуынса, Иҡтисади хеҙ-мәттәшлек һәм үҫеш буйынса ойошма статистикаһы мәғлүмәт-тәренә ҡарағанда, бөгөн Рәсәй уҡытыусыһы эш ваҡытының яҡынса 40 процентын отчет тултырыуға сарыф итә. Шул уҡ ваҡытта, уның һүҙҙәре буйынса, мәктәп директорының үҙенең тура бурыстарын (белем биреү ойошмаһы менән идара итеү өсөн) үтәү өсөн ни бары 13 процент ваҡыты ҡала.
“Берҙәм Рәсәй”ҙә уҡытыусы бары тик педагогик эш, үҙенең төп эше һәм булмышы – балаларҙы уҡытыу менән генә мәшғүл булырға тейеш, тип иҫәпләйҙәр, ғөмүмән.
Әйткәндәй, илдең 56 төбә-гендә “Бюрократияға ҡаршы уҡытыусылар инициативаһы” темаһына төбәк дискуссияһы булғайны. Уҡытыусыларҙы артыҡ бюрократик мәшәҡәттәрҙән ҡотолдороуға бағышланған сараларҙа 700-ҙән ашыу экс-перт, йәмәғәтсе, уҡытыусы, мәғариф органдары вәкилдәре һәм ата-әсәләр мәнфәғәтен ҡайғыртыусылар ҡатнашты. Тәҡ-дим ителгән сараларҙың күбеһе электрон документ әйлә-нешен күтәреү, отчет формаларын ябайлаштырыу, электрон жур-налға индерелгән мәғлүмәт күләмен, сайтты тултырыуҙы кәметеү, уҡытыусылар өсөн һәм педагогик эшмәкәрлектең башҡа һорауҙарына бағышланды. Төбәктәрҙә фекер алышыу һөҙөмтәләре буйынса партияның Үҙәк башҡарма комитетына уҡытыусыларҙың “ҡағыҙ мәшә-ҡәттәрен” кәметеү буйынса 5 мең-дән ашыу тәҡдим килгән.
Римма ҒАЯЗОВА әҙерләне.
Читайте нас: