“Бәхете лә булмаҫ ине, бәхетһеҙлек булмаһа”, – тигән мәҡәл бынан 14 йыл элек йәшәгән урынымды ғына түгел, минең тормошҡа ҡарашымды үҙгәртеү сәбәбенә лә тап килә. Стәрлетамаҡтың 84-се мәктәбен тамамлағандан һуң мин Башҡорт республика мәҙәниәт ағартыу техникумының “Ял программаларын һәм театрлаштырылған тамашалар ҡуйыусы” бүлегенә уҡырға индем. 1999 йылда техникумды уңышлы тамамлағас, мәктәпкә балаларҙың ялын ойоштороусы булып урынлаштым.
Ошо ваҡыттан алып балаларға ысын мәғәнәһендә ғашиҡ булдым! Көн-төн улар менән төрлө ҡыҙыҡлы сценарийҙар уйлап табабыҙ, спектаклдәр ҡуябыҙ, КВН-дар һәм төрлө мауыҡтырғыс саралар үткәрәбеҙ. Миңә балалар менән эшләү, уларҙың уңыштары һәм ҡаҙаныштары айҡанлы шатлыҡтарын уртаҡлашыу оҡ-шаны. Фәҡәт балаларға булған мөхәббәт мине артабан уҡырға этәрҙе. 2000 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетына уҡырға индем. 2005 йылда юғары белем тураһында диплом алғас, миңә бөтә ишектәр ҙә асылыр һымаҡ тойолғайны.
Тик... мин уйлағанса килеп сыҡманы шул. Тыуған ҡаламда, үкенескә ҡаршы, ә, бәлки, бәхеткә күрәлер, миңә урын табылманы. Ә Стәрлетамаҡ районы мине “ҡоласын йәйеп” ҡаршы алды. Яңы Федоровкалағы ике ҡатлы мәктәп, айырым яҡты бүлмә, изге күңелле коллектив – йәш уҡытыусылар өсөн ошонан да ҙур хыялдың булыуы мөмкинме? Шулай мин ауылда торҙом да ҡалдым һәм һис тә үкенмәйем.
Ауыл балалары ҡала тиҫтерҙәренән бер ҙә ҡалышмай. Улар заман менән бергә атлаһын өсөн беҙҙә лә шарттар бар: түңәрәктәр, телевидение, ин-тернет... Бынан тыш, ауыл балалары күпкә яуаплыраҡ, минеңсә. Сөнки улар иңенә уҡыуҙан тыш тау хәтлем көнкүреш эштәре лә өйөлгән: утын әҙерләү, хужалыҡ, баҡса эштәре, дәрес әҙерләү. Тик быларҙың береһе лә мәктәп, район, республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яуларға ҡамасауламай (уҡыусыларым йыл һайын ҡатнаша).
Мин күңелгә ятҡан һөнәр һайлауым һәм үҙемде табыуым менән бәхетлемен. Әйткәндәй, ғаиләм бар, ул үҫтерәбеҙ. Әгәр ҡалала ҡалған булһам… Бәхетем бөгөнгө һымаҡ түп-түңәрәк булыр инеме икән? Әйтеп булмай! Шуға күрә ауылда йәшәүемә шөкөр итәм.
Яңы Федоровка мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.