Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Октябрь 2019, 12:34

Хеҙмәтегеҙ оло сабырлыҡ талап итә

Хеҙмәтегеҙ оло сабырлыҡ талап итәХөрмәтле педагогтар һәм уҡытыусылар! Һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡайнар ҡотлайым! Уҡытыусы һөнәре элек-электән ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Хеҙмәтегеҙ оло сабырлыҡ, эшкә мөкиббәнлек, көс-ҡеүәт талап итә, яҡшы уҡытыусы булыу – булмыштан. Уҡыусыларыңды, эшеңде яратмай тороп, уҡытыусы һөнәрендә уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел.
Ҡалабыҙҙа уңышлы эшләп килгән талантлы пе-дагогтар бихисап. Күптәр юғары наградаға һәм дәрә-жәгә эйә, улар һәр саҡ белемдәрен камиллаштырып торалар, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында ҡатнашалар. Эшегеҙҙең һөҙөмтәһе – уҡыусыларҙың белем кимәле һәм уларҙың әхлаҡи йөҙө ул.
Байрам көнөндә мөғәллимдәргә үҙҙәренең ғүмере буйына һеҙҙең турала тик яҡшы хәтирәләр генә йөрөткән, өмөттәрегеҙҙе аҡларлыҡ уҡыусылар, ныҡлы һаулыҡ, именлек, эшегеҙҙә уңыштар һәм шатлыҡтар теләйем. Байрам менән!
Ихтирам менән, Владимир Куликов,
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.
Читайте нас: