Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан булабыҙ, ти, бер нәмә артыҡ борсомай, бер еребеҙ ҙә ауыртмай-һыҙламай. Шунлыҡтан шашыбыраҡ китеп, уйҙарыбыҙҙы донъя ҡыуыу мәсьәләләре менән күберәк тултырып ташлайбыҙ. Тәүҙә булғанына шөкөр итеп алыуҙы онотоп китәбеҙ. Дауахана йә зыярат биләмәһендә булып алғас ҡына башыбыҙға әҙерәк барып етә: аяҡтарым йөрөй – таяҡ йә махсус арба кәрәкмәй, күҙҙәрем күрә – операция йә ҡулдан тотоп йөрөтөүсе кәрәкмәй, нимә теләйем шуны ашай алам – тамағымдан да үтә, ашҡаҙаным да бынамын эшләп тора, тын алыуыбыҙ ҙа сикләнмәгән... Йәмғеһе, бәндәнең һанап бөткөһөҙ күп һый-хөрмәткә, бүләктәргә эйә икәнлеге. Организмыбыҙҙың сәғәт кеүек кенә текелдәп, бер тотҡарлыҡһыҙ эшләп тороуы. Әммә беҙ Аллаһ Тәғәләнең ошо бүләктәрен һанламай, һаман нимәгәлер дәғүә белдереүебеҙҙе, уфтаныуыбыҙҙы, матди нимәбеҙҙер булмауына көйә-ләнеүебеҙҙе дауам итергә ҡуй тимәйбеҙ.. Эйе бит?!.
Хәҙистәрҙә әйтелгән бит, йөрәкте таҙартыу, йомшартыуға дауахана кеүегерәк ерҙәрҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе күреү ҙә булышлыҡ итә. Кеме башын тотошлай бинт менән уратып бәйләткән, кемделер инвалид арбаһында этеп тышҡа сығаралар, кемдеңдер палатанан сығырға ла хәле-мөмкинлеге юҡ, бәғзеләрҙең бөтөнләй теге йәки был органдарын өлөшләтә киҫеп алырға тура килә...
Йәғни мохтаждарҙы күрмәйенсә, булғанын ҡәҙерләүҙе, шөкөр итеүҙе онотоңҡорап, шашып китәбеҙ бер аҙ. Үҙемде үҙем әрләп өйгә ҡайтып барыуым шунан ғибәрәт ине.