Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Октябрь 2019, 18:40

38-се маршрут йәнә асылды

38-се маршрут йәнә асылдыБыл маршрут автобустары 30 сентябрҙән алып йөрөмәй торҙолар, ошо айҡанлы социаль селтәрҙәрҙә ҡала халҡының ризаһыҙлығы асыҡ сағылды, бигерәк тә Машиналар эшләү заводы яғында йәшәүселәр ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Стәрлетамаҡта 38-се маршруттың йүнәлеше хәҙер артабанғыса: Ольховка – ВТС – Колхоз баҙары – Көнкүреш йорто – Радио йорто –автовокзал – Октябрь проспекты – Көнкүреш йорто – Колхоз баҙары – ВТС – Ольховка.
Әйткәндәй, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының Стәрлетамаҡ филиалы яңыраҡ үҙенең дүрт 15, 17, 33, 35-се маршруттарының йөрөү ваҡытын баҫтырып сығарҙы. Бөтә маршруттар ҙа хәҙер төнгө 12-гә тиклем йөрөйәсәк. Элек төнгә тиклем бары тик 15-се һәм 17-се автобустар ғына йөрөй ине. Шулай уҡ предприятие ҡала халҡына автобустар баҡса маршруттары буйынса 14 октябргә тиклем йөрөйәсәк, тип белдерә.
Р. ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: