Мәҫәлән, Фатима Фәрүәз ҡыҙы исполкомға, ә оҙаҡ йылдар институтта тарихтан уҡытҡан Лүзә Ғосам ҡыҙы «Ветерандар» йортона сәй эсергә китеп баралар. Бер уйлаһаң, өлкән кешегә күп тә кәрәкмәй бит, иң мөһиме улар өсөн – күрешеп аралашыу! Ҡалабыҙҙың Лилиә Нуриман ҡыҙы Атйетәрова етәкләгән «Ветерандар» йортонда ла байтаҡ олы быуын вәкилдәре йыйылғайны. Уларҙың үҙҙәрендә йәшәгәндәрҙән тыш бында Стәрлетамаҡ районынан килгән, шулай уҡ башҡа тарафтарҙан күсеп килгәндәрҙе һәм теркәлгәндәрҙе ҙурланылар. Уларҙы ихлас йөрәктән ҡала ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов, Стәрлетамаҡ районы ветерандар советы рәйесе урынбаҫары Рәмилә Хөсәйенова, «Ветерандар йорто» директоры Лилиә Атйетәрова ҡотланы.
Һәр ойошма үҙҙәрендә эшләп киткән хаҡлы ялдағыларҙы был көндө хөрмәт итергә бурыслы. Ауыл ерендә утынын килтерһәләр, иген бүлеп бирһәләр, йорт-ҡураһын рәтләһәләр, ҡалала өлкән быуын кешеһен ул эшләп киткән ойошмалар хәстәрләргә тейеш. Ә ҡалала өҫтәлгә ҡуйған һәр ризыҡ сығымдар талап иткәндә был эште атҡарып сығыу еңел түгел. Был йәһәттән үҙ көстәре менән байрам табыны әҙерләгән «Ветерандар»ға һәм уларҙың мәшәҡәттәрен күтәрешкәндәргә рәхмәтле был сарала ҡатнашҡан өлкән быуын вәкилдәре.
Ә шул тиклем бай йөкмәткеле концерт программаһы менән килгән Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы студенттарына «афарин!» тип әйтке килә, профессиональ артистарҙан да уҙҙырҙылар улар. Ҡыҙҙарҙың грузин халыҡ бейеүе менән Фидандың йырҙары ғына ла ни тора?! Ә һәр кемде бейергә саҡырып төшөрөүҙәре, ихласлыҡтары, йәшлектә лә, ҡартлыҡта ла тигәндәй, ике быуын вәкилдәрен яҡынайтты ғына.