Рейтингта беренсе урында — Краснодар крайы (764,7 мең берәмек), икенсе урында — Мәскәү өлкәһе (651,1 мең берәмек), өсөнсөлә — Башҡортостан (618,3 мең берәмек). Мәскәү дүртенсе баҫҡысты биләй: баш ҡалала ошондай 590,9 мең еңел машина бар.
Июль башына Рәсәйҙә илебеҙҙә етештерелгән 16,6 миллион еңел машина теркәлгән, был – бөтә автопарктың 37,6%. Тәүге 10 иҫәбенә ингән төбәктәр араһында илебеҙ машиналарының иң күп өлөшө Дағстанда файҙаланыла (74,1%). Беҙҙең илдә Рәсәй автомобилдәре сит илдекенә ҡарағанда күберәк булған бөтәһе 22 төбәк иҫәпләнә.