Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ноябрь 2019, 21:00

Тере саҡта мин дә ҡурҡа торғайным...

Зыярат эргәһенән ҡурҡышынан ҡалтырай-ҡалтырай бер ҡыҙыҡай китеп бара.

Уны арттан кемдер ҡыуып етә лә:
– Ҡурҡаһыңмы? – тип һорай. Ҡыҙыҡай:
– Эйе...
Теге кемдер:
– Һи, таныш хәл, тере саҡта мин дә ҡурҡа торғайным...
* * *
Уҡытыусы:
– Әгәр һиңә дуҫың бер бесәй балаһы бирһә, күршеләрең тағы икәүҙе бүләк итһә, үҙең урамдан дүрт бесәй балаһы табып алһаң, һиндә бөтәһе нисәү була?
– Туғыҙ.
– Туҡта, әйҙә икенсе төрлө итеп иҫәпләп ҡарайыҡ. Мин һиңә бер ҡарбуз бирәм, аҙаҡ икене, ә унан һуң тағы дүрт ҡарбуз бирәм икән, ти. Һиндә бөтәһе нисә ҡарбуз була?
– Һигеҙ.
– Шулай булғас һуң! Ә бесәй балалары ниңә туғыҙ?
– Туғыҙ шуууул, минең өйҙә берәү бар бит. Уны ҡайҙа итәйем?
* * *
Ҡәйнәһе кейәүенә хәбәр һөйләй, ти:
– Кейәүкәй, әгәр мин «китеп» барһам – ерләмәгеҙ. Яндырығыҙ ҙа, көлөмдө бына ошонда, ҡапҡа эсенә һибегеҙ.
Кейәүе былай тип яуап биргән, ти:
– Юҡ инде, ҡәйнәкәйем! Әҙ генә ел сыҡһа – ҡабат өйгә инергәме!?
Читайте нас: