Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2019, 17:30

Радий Хәбиров Өфөлә буласаҡ хоспис төҙөлөшөнә ҡаршы килеүселәргә мәсеткә барып килергә ҡушты

Һәм ул Нюта Федермессер етәкселегендәге авторитетлы эксперттар төркөмө иң яҡшыһы тип тапҡан урында урынлашасаҡ.

Әммә ябай хәҡиҡәтте аңламай торған кешеләр йәшәүен белгәс, мин бик ғәжәпләндем. Сөнки ҡаты сир менән яфаланыусылар сәләмәт кешеләрҙән бер ниҙәре менән дә кәм түгел. Улар хоспистың уңайлы урында төҙөлөүенә хоҡуҡлы.
Бынан тыш, хосписҡа ер бүлеүҙе тыйыу тураһындағы мөрәжәғәттәр авторҙарҙың наҙанлығы тураһында һөйләй. "Беҙ катафалкалар артынан йөрөйәсәкбеҙ...", "Беҙҙең балалар үлеп барыусыларҙы күреп үҫәсәк...".
Әгәр ҙә һеҙ был һорау менән ҡыҙыҡһынһағыҙ, ҙур булмаған матур бинанан тыш, һеҙҙең балаларығыҙ бер нәмә лә күрмәйәсәген белә алыр инегеҙ. Әммә мәсьәләне өйрәнер урынға төҙөлөштө тыйыу тураһында тауыштар ҡупты.
Минең һығымта ябай һәм аңлайышлы. Башҡортостан Аллаға шөкөр, фашизм осорондағы Германия йәки Спарта түгел. Бында бер ваҡытта ла сәләмәтлек торошо, милли һәм башҡа теләһә ниндәй билдә буйынса дискриминация булмаясаҡ. Ә был белдереүҙәрҙе яһаусы кешеләргә мәсеткә, сиркәүгә йәки синагогаға барып, әхлаҡи йөҙ тураһында уйларға кәрәк, тигән Башҡортостан башлығы.
БСТ.
Читайте нас: