Ниһайәт, 30-40 минут тирәһенән ишеккә ҡыңғырау ишетелде, ҙур өмөттәр бағлап, көткән ҡотҡарыусым килеп инде. Ингәс тә, бахил һораны, уныһы булмағас, аяғына керер өсөн целлофан мешок һорап алды. Был юлы ла үҙемдең ауырыу хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙем, "приступ"тың сәбәптәрен үҙемсә аңлаттым, ниндәй дарыуҙар эскәнлегемде әйттем. Ауыртҡан еремде баҫып ҡарағандан һуң, ауыртыуҙы баҫа торған анальгин менән ношпа уколы ҡаҙаны ла, иртәгеһе көнөнә лә ауыртыу туҡтамаһа, үҙемә "Приемный покой" ға барыуымды аңлатып, (имеш тә мин уға яҡын йәшәйем, ниңә маҙаһыҙлап "Тиҙ ярҙам" бригадаһын саҡыртам икән дә) кемдәндер йәшенгәндәй, миңә арты менән тороп, алдан әҙерләгән паспорт менән медицина полисынан нимәлер яҙып алып, ҡағыҙын йомарлап тигәндәй,бер мөйөшөнә ҡултамғамды ҡуйҙыртып алды. Ныҡлап һорашырға ла хәл дә, теләк тә булманы. Давление үлсәү, температураны ҡарау кеүек тәү ярҙам күрһәтеүҙәге эштәрҙе үтәү башына ла кермәне, буғай. Аҙаҡ ҡына баш менән ҡолаҡ шаулағас, ҡан баҫымының күтәрелеүен аңланым. Әле иртәнсәктән алып бер-нисә "приступ" үткәрһәм дә, эсемде ҡосаҡлап, унитаз эргәһенән тора алмаһам да, "Скорый" саҡырырға ҡурҡып ятам. Һәр хәлдә "Приемный покой"ға ла йәйәү барырға хәл юҡ. Медицина хеҙмәте яҡшыра тип көн-төн һөйләүҙән, яҙыуҙан туҡтамаһаҡ та, минеңсә, уның яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һиҙелмәй ҙә, күренмәй ҙә. Иртәгә поликлиникала хәлдәр нисек булыр икән... Уныһын барғас, күрербеҙ. Ауырыу хәлен, һау белмәй, тигәндәре шулдыр инде. Һуҙылып ятып үлеүҙән дә башҡа сара юҡ... Әгәр бөгөн төндө тере сыға алһам...